Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 12:30

Ауылды биҙәп йәшәйҙәр.

Маҡан ауылында йәшәүсе Хәсән ағай менән Зәлифә апай Мәмбәтовтар иңгә-иң терәшеп, ярты быуат бергә тормоштан йәм, йәшәүҙән тәм табып, тормош һынауҙарына бирешмәй, һығылмай ҡурсалап ҡына үҫтергән ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, бәләкәстәрен һөйөүҙән күңел йыуанысы булып ғүмер итәләр.

Маҡан ауылында йәшәүсе Хәсән ағай менән Зәлифә апай Мәмбәтовтар иңгә-иң терәшеп, ярты быуат бергә тормоштан йәм, йәшәүҙән тәм табып, тормош һынауҙарына бөгөлмәй, һығылмай ҡурсалап ҡына үҫтергән ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, бәләкәстәрен һөйөүҙән күңел йыуанысы булып ғүмер итәләр.
Хәсән Ильяс улы Сәғит ауылында ғаиләләл етенсе бала булып донъяға ауаз һала. Тырыш егет 16 йәшенән үк һарыҡ, башмаҡтар көтөп, эшләй башлай. Юлдыбай ауылы һөнәрселек училищеһында шофер һөнәренә уҡып, әрме сафында 3 йыл хәрби бурысын үтәй. 1997 йылда “Маҡан” совхозында яғыулыҡ майлау келәте мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. “Хеҙмәт ветераны”, күп һанлы Почет грамоталары уның тырыш хеҙмәтенә баһа.
Зәлифә Әбделғәлим ҡыҙы Йылайыр районы Юлдыбай ауылында биш бала араһында баш бала булып донъяға килә. Ғаилә Подольск ауылына күсеп килә. Шунда ике йәш йөрәк бер-береһен осратып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Зәлифә апай 37 йыл һауынсы булып, хаҡлы ялға сыға. Уның фиҙәҡәр хеҙмәтен күп һанлы Почет грамоталары билдәләй.
Мәмбәтовтар өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Ике улдарына – Ғайса менән Булатҡа ҙур, матур йорт һалышып бирәләр. Улар әлеге көндә “Башҡорт баҡыры”йәмғиәтендә эшләп йөрөйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштың йөрәкте әрнеткес әсе еле лә урап үтмәй, ҡыҙҙары Айгөл, кейәүе менән яҡты донъяларҙа юҡ. Ожмахтың түрендә булһындар. Шулай уҡ, бер туған һеңлеһе менән кейәүҙәре лә бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлаштылар. Ә Мәмбәтовтар уларҙың ике балаһын да уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Айгөлдөң өлкән ҡыҙы Өфө нефть университетының 3-сө курсында, Венер Аҡъяр тау колледжында 3-сө курста, кесе Мәликә 5-се класта бишле билдәләренә ген уҡып йөрөй.
“Бергә йәшәгәнебеҙгә 50 йыл да булып киткән икән, ғүмер һиҙелмәй үтә”, тип, ҡайғыларға бирешмәй, йыйнаҡ, төҙөк йортта тирәләй аллы-гөллө сәскәләр, емеш-еләк баҡсаһы үҫтерәләр. Кәртә тултырып ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Ейән-ейәнсәрҙәренә ел-ямғыр тигеҙмәй, балаларына терәк, ауылдаштары араһында хөрмәткә лайыҡ, һоҡланғыс ғаилә булып, ауылды биҙәп йәшәйҙәр.
Шундай ғаиләләргә ҡыуанып, күңел йыуана, донъя сағыуыраҡ балҡый.
Зәкиә Ҡадаева.
Маҡан ауылы.
Читайте нас: