Был һөнәри байрам 1998 йылда булдырыла. 1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Был ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим өлөшөнә әйләнә.
Әленән-әле төрлө банктар асылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ элеккесә Һаҡлыҡ банкына өҫтөнлөк бирә. Бында һаҡлыҡҡа аҡса һалыу, түләүҙәр ҡабул итеү, ҡиммәтле металл иҫәбен асыу, пластик карталар менән эшләүҙән тыш, төрлө йүнәлештәр буйынса аҡса күсерергә була. Бөгөн Аҡъярҙағы өҫтәмә офис көнөнә генә яҡынса 500-ләп кешене хеҙмәтләндерә.
Һаҡлыҡ банкының физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса банк штатында 14 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Районда клиенттарға уңайлы булһын өсөн Аҡъярҙа – 7 банкомат, 2 түләү терминалы, Бүребайҙа, Өфө ауылында икешәр һәм Йәнтештә бер банкомат ҡуйылған. Район халҡының яртыһынан күбе эш хаҡы алыу өсөн ошо банк карталарын файҙалана.
Коллектив үҙ хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана. Банк управляющийы Юлай Ибраһимов 6 йылдан ашыу, ә уның урынбаҫары Рима Бохарбаева Аҡъяр ауылы һаҡлыҡ банкында һигеҙ йылдан ашыу үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Улар араһында йәштәр ҙә, оҙайлы йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр ҙә бар. Йәш хеҙмәткәрҙәр ҙә уларға оҡшарға тырыша һәм ҡыҙҙар- егеттәр үҙ эшен ярата һәм ҡәҙерләй.
Бөгөн Һаҡлыҡ банкында юридик һәм физик берәмектәргә кредит биреү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү, касса операциялары секторҙары һәм башҡалар бар.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән банкоматтар аша халыҡ кредиттарҙы ҡапларға, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуына, коммуналь хеҙмәттәргә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы түләргә, кеҫә телефондарына аҡса күсерергә мөмкин. Шулай уҡ йәш пенсионерҙарҙы ла пластик карталар аша хеҙмәтләндереү буйынса эш алып барыла. Магазиндарҙағы терминалдарҙан иҫәпләшеү уңайлығы бар.
Шулай уҡ Рәсәй Һаҡлыҡ банкы халыҡты хеҙмәтләндереүҙең төрлө юлдарын тәҡдим итә. Бөгөн офиста электрон сират булдырылған. Халыҡ талондарҙа күрһәтелгән сират һаны һәм ваҡыты буйынса ҡабул ителә. Белгестәрҙең һәр береһе халыҡты төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндерә. Клиенттарға үҙ һорауҙарын хәл итер өсөн кабинеттар буйлап йөрөргә кәрәкмәй.
– Халыҡ шулай уҡ мобиль банк, Һаҡлыҡ банкы-онлайн уңайлыҡтарын да киң ҡуллана, – тине Юлай Сәйфетдин улы. – Улар өйҙән сыҡмай ғына Интернет селтәре аша кредитты ҡаплау, аҡса күсереү мөмкинлектәрен бирә. Был сиратты бөтөрөү, хеҙмәт төрөн яҡшыртыу маҡсатында эшләнелә.
Пластик карталар, ҡулланыусы һәм ипотека кредиттарын рәсмиләштереү менән шөғөлләнеүсе менеджер Евгения Лазарева Рәсәй һаҡлыҡ банкында 18 йылдан ашыу эшләй һәм уны бында танымаған кеше юҡтыр.
Аҡъяр ҡыҙы Евгения 2-се Аҡъяр мәктәбендә 11-се класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжында өс йыл белем ала, артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад факультетын уңышлы тамамлай. Районға ҡайтҡас, тәүҙә 110-сы һөнәрселек училищеһында, һуңынан суд приставында секретарь була. Артабан Бүребай һаҡлыҡ банкында бер йыл эшләгәндән һуң, Аҡъярҙағы Һаҡлыҡ банкына эшкә саҡырыла.
- Был өлкәлә эшем оҡшай. 13 йыл кассир булып эшләнем, декрет ялынан һуң, менеджерлыҡҡа саҡырҙылар. Мине район халҡы, бигерәк тә оло быуын кешеләре - инәй-олатайҙар танып-белеп тора. “Асыҡ, алсаҡ йөҙлөһөң, йылмайып ҡаршы алаһың”, - тип, күңелде күтәреп китәләр. Халыҡ менән эшләү оҡшай, көнөнә 400-500 клиентты хеҙмәтләндерәбеҙ. Бигерәк тә пенсия ваҡытында кеше күп була. Коллектив татыу, берҙәм. Яңынан-яңы йәш белгестәр өҫтәлеп тора. Оҙаҡ йылдар эшләгәс, уларҙы эшебеҙ нескәлектәренә мин өйрәтәм. Юлай Сәйфетдин улы һәр яҡлап белемле, талапсан, аңлаусан етәксе. Һәр беребеҙҙең хәленә керә һәм аңлай белә, - тине Евгения Александровна.
Евгения Лазарева эштә абруйлы, тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр булһа, өйҙә ул балалары Диана һәм Максимға һөйөклө, яғымлы әсәй. Һөнәри байрамдары уңайынан Евгенияны һәм Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.