Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2019, 13:45

Бүребай мәктәбендә стоматология бүлмәһе асыласаҡ

Бүребай мәктәбендә стоматология бүлмәһе асыласаҡ

Башҡортостан Республикаһында 1 сентябрҙән “Ҡанатлан” белем биреү проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уның төп маҡсаты - сығарылыш класы уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү. Проект бер нисә модулдән тора, шуларҙың береһе “Сәләмәт йылмайыу” республикалағы ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыуҙы күҙ уңында тота. Белем усағында балаларҙың һаны 800-ҙән ашыу булыу – төп шарт. Башҡа мәктәп уҡыусылары иһә унда график буйынса дауалана ала.
“Ҡанатлан” мәғариф форумы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Бүребай ауылы мәктәбендә лә стоматология бүлмәһе асыласаҡ. Әлеге ваҡытта теш табибы бүлмәһе өсөн кәрәкле бар ҡоролмалар һатып алынған, лицензия өсөн документтарҙың әҙерләргә ҡалған. Яҡынса Яңы йыл каникулдарынан һуң, стоматология бүлмәһе эшләй башлаясаҡ һәм мәктәп уҡыусылары район үҙәгенә йөрөмәйенсә тештәрен бында дауалай аласаҡ.
Читайте нас: