Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 12:40

Туҡһанды бирмәҫһең дә! “Фатихалы булып йәшәгеҙ”, - ти Тутыя Кинйәбаева.

Оҙон ғүмерле әбей-бабайҙар ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Уларҙың ғүмер юлы һикәлтәләрһеҙ, еңел генә үтмәгән.

Оҙон ғүмерле әбей-бабайҙар ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Уларҙың ғүмер юлы һикәлтәләрһеҙ, еңел генә үтмәгән.
Ошо арала үҙенең туҡһан йәшен тултырған Петропавловск ауылынан Тутыя Кинйәбаева хәҙерге тормоштоң матурлығына, муллығына ҡыуанып бөтә алмай, шөкөр итеп, ҡәнәғәт булып йәшәй. Әҙме, күпме туҡһан йәш? Бындай дата менән ҡотлау открыткалары һатыуҙа, айырыуса ауыл ерендә бигүк булмауын иҫәпкә алһаң – бик һирәктәр менер ғүмер үре. Уға артылғандарҙы хатта ил Президенты үҙе ҡотлап, открытҡа ебәрә.
Муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенең баш белгесе Сәлимә Байгилдина Тутыя Ғәлимйән ҡыҙына Владимир Путин һәм район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтарҙың ҡотлау открыткаларын, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Миңә лә оло ағинәй менән танышырға, аралашырға форсат тейҙе. Беҙҙе ҡаҡса кәүҙәле, теремек кенә, нурлы йөҙлө инәй: “Әйҙүк, балалар”, - тип ҡосаҡлап уҡ алып, яҡын туғанылай итеп ҡаршы алды.
Ер йөҙөндә быуатҡа яҡын ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Күпме һыуҙар аҡҡан, тормоштоң әсеһе-сөсөһө татылған ошо йылдар арауығында.
“Матрай районының, Йәйләү тигән ауылда донъяға килгәнмен. Атайым Баймаҡтыҡы - Ғәлимйән Мырҙағәле улы Ирғәлин, әсәйем Түштеке - Зәйникамал Зыйҙа ҡыҙы. Атайым мин тыуғанда Ырымбур ҡалаһында уҡыған булған һәм уны шул йылдарҙа Баймаҡҡа Йолалы руднигына начальник итеп тәғәйенләгәндәр. Мин шунда етенсе класҡа тиклем уҡыным. Ғаиләлә иң өлкән баламын. Минән ҡала Салауат, Наҡыя, Әлфиә тигән кесе туғандарым булды. Беҙ һуғыш йылы балалары. Ҡәһәрле һуғыш сығып китә. Атайымды ҡулға алалар һәм уға ҡайтырға бер йыл самаһы ваҡыт ҡалғас, беҙгә Түш ауылына ҡайтырға ҡуша. Беҙ өләсәйгә күсеп ҡайттыҡ. Ауылға килгәс тә эш башланым, - тип яйлап ҡына хәтер йомғағын һүтте күпте күргән ағинәй. - Бер мәл беҙҙе, күмәк йәш ҡыҙҙарҙы, Баймаҡҡа ФЗУ-ға ебәрҙеләр. Өс ай эшләгәс, йәй көнө һабантуйға тип бер аҙнаға ҡайтҡан инем, әсәйем миңә: “Бер ҡайҙа ла бармайһың, иртәгә ҡоҙа килә, кейәүгә сығаһың”, - тине лә бүтән бер нимә лә өндәшмәне. Шулай итеп, август айында мине Аҫҡы Түшкә кейәүгә оҙаттылар - Сәмиғә тигән әбейҙең бер бөртөк улына барҙым. Унда өс йыл торғандан һуң, Һыртҡы Түшкә сыҡтыҡ. Ирем биш йылға әрме хеҙмәтенә алып, Владивостокта хеҙмәт итте. Ул ҡайтҡас, ун биш йыл бергә матур йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа күрә, иртә китте. Дүрт ул - Сабир, Әмир, Дамир, Зәбир һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнем. Ҡыҙымдың ғүмере ҡыҫҡа булды. Хәҙер инде өс улым үҙ аллы лайыҡлы тормош көтә, балалар үҫтерәләр. 11 ейән-ейәнсәрем, 11 бүлә-бүләсәрҙәрем бар. Үкенмәйем, рәхәтен дә, михнәтен дә күрҙем.
Беҙҙең үҫмер саҡ һуғыш йылдарына тура килде. Илдә аслыҡ, яланғаслыҡ. Ашарға, яғырға утын, малға һалырға бесән юҡ. Йәй көнө туғайҙа еләк, сейә йыйып, ҡатыҡҡа болғап эсә инек. Ул саҡта үгеҙ егеп ер һөрҙөк, һыйыр егеп ер тырматтыҡ. Йырлай-йырлай бесән күбәләй инек. Икмәк булманы, башаҡ сүпләнек. Уны алып ҡайтып, ҡул тирмәне менән тартып, ут яғып, күмеп бешерә инек. Туйғансы уйнап булманы, иртә эшкә китәбеҙ ҙә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта инек. Илдә ҡаты һуғыш бара. Күлдәк, ыштанды ямап кейәбеҙ, һабын тигән нәмә юҡ, көл тондороп кер йыуҙыҡ. Беҙҙең йәшлек шулай үтте, балам, - тип бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә алды 90 йәшен тултырған ағинәй.
Тутыя инәй совхозда ҡырҙа ашнаҡсы булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп “баға”. “Мәктәптә иртәле-кисле утын табып, ут яғып йылыттым. Төрлө ваҡыттар булды, барыһына ла сыҙаныҡ. Алдаманыҡ, урламаныҡ, кешенекенә теймәнек. Балаларыма ла шулай итеп өйрәттем. Тыуған Ил өсөн тип ең һыҙғанып эшләнек. Ҡырҙа үгеҙ егеп, ат ҡыуалап һабан һөрөп йөрөй инек, “Еңеү, Еңеү”, тип һөрәнләнеләр. Инде ҡыуандыҡ, йырлаштыҡ, илаштыҡ, бер ҡасан да онотмайым”, - тине бер аҙ уйланып.
- Нәҡ һеҙҙең кеүек тылда ал-ял белмәй эшләгәндәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән дә яуланған бит ул еңеү, бөгөн етеш тормошта йәшәүебеҙ менән һеҙгә лә бурыслыбыҙ, Тутыя инәй, - тием ҡаршымда ултырған һырлы йөҙлө, әммә нур, йылылыҡ сәсеп торған инәйгә.
- Егерме йыл ҡәйнәмде ҡараным. Бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнек, дуҫ-татыу йәшәнек. Уның әйткәнен урамға сығарып һөйләмәнем. Мин кешегә тура әйтәм дә, кенә ҡыумайым, иртәгеһенә “һаумы” тип әйтәм. Бейем менән ауылдаш бер һуҡыр апайҙы көттөк. Миңә шул һуҡыр апайҙың һәм ҡәйнәмдең фәтихәһе төшкәндер. Кеше һиңә яман булһа ла, һин уға яҡшы бул. Мөжәүир хәҙрәткә күп йөрөнөм. Ошо көнгә тиклем дин тоттом, намаҙ уҡыным. Әле лә аяттарға йөрөйөм. Йәш саҡта шиғырҙар, бәйет яҙҙым. Шиғырҙарымды ейәнсәрем китап итеп теркәп тә ҡуйҙы, - тип һүҙ араһында һамаҡлап та ала ағинәй.
Тутыя инәй бөгөнгө көндә өлкән улы Сабир, килене Миңзәлә менән тора. Әмир улы Мәләүез ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Оҙайлы ҡышта Тутыя инәй шунда барып ҡунаҡ була. Йәйгеһен Түшкә кесе улына, Петропавловск ауылына өлкән улына ҡайта.
Инәйҙе унынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған тимәҫһең дә: бер күҙенә операция эшләтһә лә, икенсеһе яҡшы күрә, үҙ аллы гәзит уҡый, телевизор ҡарай, юлдаш радиоһынан яңылыҡтар, йырҙар тыңлай. Үҙен яҡшы тоя, зиһенле, хәтере шәп. Хәрәкәте йәш килендәрҙеке кеүек.
“Шифаханаларға күп йөрөнөм, Мәскәүҙе лә, Ленинградты ла күрҙем. Янғантауҙа йыл һайын булдым. Күңелегеҙгә аҡлыҡ, ғүмерегеҙгә бәрәкәт бирһен. Тәүфиҡ кәрәк. Йорттар тыныс торһон. Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, дуҫ-татыу йәшәгеҙ, иманлы булығыҙ, яманлыҡтан ары тороғоҙ”, - тип изге теләктәрен дә еткерҙе күпте кисергән пак күңелле Тутыя Кинйәбаева.
Аяттар уҡыған, яманлыҡтың ни икәнен белмәгән, көләс йөҙлө, яҡшы һүҙле, бар ғүмерен ауыр эштә үткәреп, бөгөн ҡартлыҡ көндәрендә тыныс тормошта, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен, яҡлауын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә оло инәй.
Бар кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән инәй менән һөйләшеүе үҙе бәхет. Ағинәй менән әңгәмә оҙаҡ йылдар күңел түремдә һаҡланыр, изге теләктәре, фәтихәләре мәңге оҙатып йөрөһөн.
“Алма ҡарғыш, ал фатиха, фатиха төшә лә ҡуя ул:
“Фәтихәләр алып, оло юлға сығам,
Яҙмыш юлым әйҙә йыраҡҡа”, - тип һамаҡлап оҙатты беҙҙе Тутыя Кинйәбаева.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: