Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 13:05

10 ноябрь – Рәсәй Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре көнө. “Эшебеҙ халыҡ өсөн”, - ти өлкән оперуполномоченный Шәмсудин Багашев

Байрамдың тарихы 1715 йылдан башлана. Петр беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдырып, уға полиция, тигән атама бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай. Патруль-пост, оператив бүлекс әләр, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, ведомствонан тыш һаҡ, тәфтиш һәм башҡа хеҙмәт вәкилдәре республика халҡы хәүефһеҙлеге һағында тора. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә юғары һөнәри оҫталығы, тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙаҡәрлек һәм батырлығы менән билдәле. Был көндәрҙә Башҡортостанда байрам концерттары, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантаналары, ветерандарҙы ҡотлау саралары ойошторола. Полиция хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәттәштәрен иҫкә ала.

Байрамдың тарихы 1715 йылдан башлана. Петр беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдырып, уға полиция, тигән атама бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай. Патруль-пост, оператив бүлекс әләр, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, ведомствонан тыш һаҡ, тәфтиш һәм башҡа хеҙмәт вәкилдәре республика халҡы хәүефһеҙлеге һағында тора. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә юғары һөнәри оҫталығы, тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙаҡәрлек һәм батырлығы менән билдәле. Был көндәрҙә Башҡортостанда байрам концерттары, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантаналары, ветерандарҙы ҡотлау саралары ойошторола. Полиция хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәттәштәрен иҫкә ала.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең личный составы ла был байрамды эске эштәр органдарының йәмғиәттәге әһәмиәтен яҡшы аңлап ҡаршылай.
Бәлә килеп сыға ҡалһа, кешеләр иң тәү сиратта полицияға мөрәжәғәт итә, сөнки халыҡ эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренең һәр саҡ ярҙамға килеүен белә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, хеҙмәт итә, иң яҡшы профессиональ һәм кешелек сифаттарын күрһәтә, үҙенең хеҙмәте менән дәүләттең конституцион нигеҙҙәрен ышаныслы һаҡлауҙы, йәмәғәт тәртибен һәм тотороҡлолоғон, граждандарҙың шәхси һәм мөлкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Улар төп бурыстарын башҡарып, енәйәттәрҙе иҫкәртеү, асыҡлау һәм тикшереү буйынса ҙур эш алып бара.
Хәйбулла районы эске эштәр органдарында тырыш, үҙ эшен оҫта, намыҫлы башҡарыусылар бихисап. Енәйәтте табыу, асыу полицияның мөһим бурыстарының береһе булып тора һәм бында төп ролде енәйәттәрҙе тикшереү бүлеге башҡара. Енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыу нәҡ уларҙың оператив эш итеүенә һәм һөнәри оҫталығына бәйле. Был йәһәттән иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы Шәмсудин Багашев үҙ эшен яратып, намыҫлы башҡарыусыларҙың береһе.
Йәмғиәттә хәҙер иң күп ҡуланылған һүҙ - коррупция, дөрөҫөрәге уға ҡаршы көрәш. Кешелек тормошонда граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларҙы яман уйлы енәйәтселәрҙән һаҡлау элек-электән мөһим роль уйнай. Йәмәғәт тәртибен тейешле кимәлдә тотоу уның үҫеш кимәлен билдәләгән. Шуға күрә һәр заман кешеләренең үҙ хөкөмө, хоҡуҡ һаҡсылары булған. Хәйбулла эске эштәр бүлеге граждандарҙың хоҡуғын һәм милкен һаҡлау, енәйәтселек менән көрәш буйынса ҙур эштәр алып барыла. Беҙҙең полиция хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәргә, операциялар, махсус рейдтар үткәреүгә ҙур иғтибар бирә. Ғәҙәти эш көнөбөҙ иртәнге оперативканан башлана. Унан һуң кәңәшмә үткәреп, етәксе күрһәтмәләрен барлайбыҙ, граждандарҙың ғаризалары буйынса эш алып барабыҙ, енәйәт эше асыҡлайбыҙ һәм башҡалар. Нигеҙҙә, урлашыу факты, коррупцияға ҡаршы эшләйбеҙ. Мәҫәлән, һалым енәйәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары бурыстары, бюджет аҡсаһын үҙләштереү, ялған аҡсалар кеүек енәйәттәр асыҡлана. Быйыл һалым енәйәте, ялған аҡса, бюджет аҡсаһын үҙләштереү, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән спиртлы эсемлектәр һатыу кеүек енәйәт эштәре асыҡланды. Шулай уҡ, иҫерткес эсемлек һатып, административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандан һуң, 171.4-се статья буйынса, ҡабатлап хәүефле спиртлы эсемлектәр һатҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Енәйәт эштәр кәмей тип әйтеп булмай. Коллегалар үҙ алдында торған яуаплы бурыстарын уңышлы атҡарып, улар бурыстарын тәүлек әйләнәһенә башҡара. Һәм законлылыҡтың үтәлеүе беҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емешебеҙ. Байрам көндәребеҙ ҙә эштә үтә. Ял, байрам тип ҡарап тормай, дежурға сығабыҙ. Ғөмүмән, был һөнәр – егәрлелекте, яуаплылылыҡты талап итә”. Һөнәри байрам уңайынан ветерандарҙы, коллегалармды байрам менән ҡотлайым. Уларға, ғаиләләренә именлек, эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйем, - тине Шәмсудин Нурдиевич.
Ысынлап та, шәхси мәнфәғәттәр менән иҫәпләшмәйенсә, көн-төн тимәй, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен башҡарған полиция хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән өлгәшелә. ни генә тиһәк тә, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡуйылған маҡсаттарға ирешә, бөгөнгө киҫкен шарттарҙа ла граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлай, енәйәтселәрҙән ҡурсалай.
Белешмә.
Шәмсудин Багашев 1987 йылдың бишенсе майында тыуған.
Мәктәптә ун бер класты тамамлағас, 2005-2010 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында белем ала. Артабан әрме сафында ракета ғәскәрҙәрендә янғын һүндереүсе булып хеҙмәт итә.
2013 йылда Хәйбулла районы эске эштәр бүлегенә юл-патруль хеҙмәте инспекторы вазифаһына эшкә саҡырыла. Артабан участковый булып хеҙмәт итә һәм бөгөн иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге оперуполномоченныйы вазифаһын башҡара. Полицияла дөйөм эшләү стажы 6 йыл. Ағымдағы йылда капитан дәрәжәһенә эйә була.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: