Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 11:20

"Пан-Диван"да - сифатлы мебель.

Хәҙерге заманда йорт йыһаздарының ниндәй генә төрө юҡ. Йәнең теләгәнен оҫталарҙан теләк буйынса эшләтеп йәки махсус магазин-салондарҙан һатып алырға була. Диван – йортта һәм берәй офиста интерьер ғына түгел, ә уның айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора.

Хәҙерге заманда йорт йыһаздарының ниндәй генә төрө юҡ. Йәнең теләгәнен оҫталарҙан теләк буйынса эшләтеп йәки махсус магазин-салондарҙан һатып алырға була. Диван – йортта һәм берәй офиста интерьер ғына түгел, ә уның айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора.
Орск ҡалаһындағы «Релакс» йомшаҡ мебель эшләү фабрикаһы 2012 йылдан уңышлы эшләп килә һәм ҙур фабрикаларҙың береһе һанала. Унда етештерелгән мебель башҡа магазиндарҙан киң ассортименты һәм сифаты менән айырыла.
Күптән түгел Урал аръяғының Ейәнсура, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһында мебель салондары асылды. Шул иҫәптән, беҙҙең район үҙәгендә лә “Пан-Диван” сауҙа йорто үҙ ишектәрен асты.
Хәҙер эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә матур һәм сифатлы дивандарҙы йыраҡҡа йөрөп эҙләмәйәсәк. Алсаҡ йөҙлө һатыусылар клиенттарҙы ихлас ҡаршы алып, кәрәклеләрен һайлашырға йәки заказ эшләргә ярҙам итә. Бында дивандарҙың ниндәй генә төрө юҡ! Ул Манхеттен, Нью Йорк, Шанхай, Трансформер, Париж, Вегас, Лондон һәм башҡалар. Бөтәһе 16 төрҙән ашыу. Етмәһә, ул һанап киткән төрҙәрҙең нисәмә вариациялары ла бар – йәнең теләгәнеңде, күңелеңә ятҡаныңды һайлап ал.
Йомшаҡ дивандарҙың барыһы ла беҙҙең уңайлыҡ өсөн эшләнгән. Уларҙы һатып алырға уйлап, аҡсаң самалы булған осраҡта ла борсолорға кәрәкмәй. Мебелде кредита аша ла алырға була. Был, әлбиттә, бик уңайлы.
«Аҡъярҙа мебель фабрикаһынан тура килгән магазин тәүгә асылды. Диван ул өйҙә рәхәтләнеп ял итеү, кинолар ҡарау, ғөмүмән, ғаиләң менән ваҡыт үткәреү урыны һәм ул мөһим роль уйнай. Бында һеҙ йортоғоҙ йә булмаһа эш урынығыҙ – офис өсөн теләгән үлсәмдә, формала, туҡымала, төҫтә диван һайлап ала алаһығыҙ. Һеҙ алырға теләгән мебель салонда һатыуҙа булмағанда ла борсолорға кәрәкмәй. Һеҙҙең һорау буйынса үлсәмен, төҫөн һәм эскизын ебәрәбеҙ. Заказдар иһә өс аҙна эсендә әҙер була. Хәҙер кеше диванды үҙенең теләгән размеры буйынса эшләтеүҙе хуп күрә. Ә был салонда дивандарҙың төрлөһө бар. Хатта һигеҙ метрға тиклем ҙурлыҡтағына заказ эшләргә мөмкин. Материалдарының төрлөлөгө бихисап. Диванға заказ биреү өсөн уның элементтарына, көпләү материалдарына, туҡымаһына иғтибар бирергә кәрәк. Каркасы - беренсе сорт ҡарағай ағасы, ул бик ныҡ һәм ышаныслы.
Сифатлы йыһаз шунда уҡ күҙгә ташлана. Мәҫәлән, һеҙҙең иғтибарға металл каркаслы «ПАРИЖ» сериялы «Мәңгелек диван» - иң яҡшы йомшаҡ мебелдарҙың береһе. Механизмы “Еврокнижка”. Уны еңел генә ҙурайтып йә иһә урынына ҡайтарып була. Йоҡлағанда тән һыҙламай, уңайлы. Ғөмүмән, ҙур ғаилә һәм күп һанлы ҡунаҡтар өсөн бик ҡулай. Күләменә килгәндә, алда әйтеүебеҙсә, теләгәнеңде эшләтергә була.
Модулле “П” образлы “ВЕГАС”– уңайлы, стилләштерелгән премиум класлы дивандарҙың береһе. Диван составы беренсе сортлы ҡарағас ағасы, юғары тығыҙлы 100 мм пенополиуретан һәм фанеранан тора.
Тағы ла мөйөшлө йомшаҡ, бай, күркәм, гүзәл, заманса дивандарҙың береһе “ДУБАЙ”. Тышлығы сиселә, йыйыуға уңайлы, еңел транцформациялана.
Күп функциялы “РИО” диваны ла ситтә ултырып ҡалмаҫ. Ике яҡҡы сит өлөштәрен еңел генә шылдырып, өҫтәл итеп була. Балалар ултырып рәхәтләнеп китап уҡый, һүрәт төшөрә ала. Балалар уйынсыҡтары, китап-журналдар һаҡлау йәшниге бар.
Диван “ТРАНСФОРМЕР”. Исеме үк әйтеп тора. Бер йыһаз һатып алһағыҙ, ул – диван, карауат һәм өҫтәлгә әйләнә. Йоҡо урыны 1950 мм-ға 1400 мм. Өҫтәле ике метр, тышлыҡтары сиселә, был иһә йыуыуға уңай.
Уңайлы “НЬЮ-ЙОРК” диваны ла һәр кемдең күңеленә хуш килер. Әйберҙәр һаҡлау өсөн тәрән йәшниктәре бар. Ҙурайтыу механизмы “Выкатной”. Һанай китһәң, тағы ла дивандарҙың САН-ПАУЛУ, МАНХЭТТЕН, ШАНХАЙ, ВЭНЭСУЕЛЛА һәм башҡалары бар.
Һәр диванда ла яҫтыҡтар, юрған һәм башҡа әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн ҙур, иркен йәшниктәре бар. Тауарына килгәндә, велюр, шенилл, велюр, флок, гобелен, жаккард, тире (тәбиғи һәм яһалма) ҡулланыла. Шулай уҡ беҙҙә аш бүлмәһе өсөн мөйөшлө дивандар һатыла. Төрлө кәрәк-яраҡ өсөн киң йәшниге бар. Карауат итеп ҙурайтып та була. Һәр дивандың үҙ паспорты бар һәм 18 ай гарантия бирелә. Диван һайлағанда клиенттарға диванға ултырып, хатта ятып ҡарарға мөмкинлек бирелә. Быларҙың барыһы ла һеҙҙең уңайлыҡ өсөн.
Әйткәндәй, беҙҙән дивандарҙы район халҡы ғына түгел, ә башҡа яҡтан да килеп алыусылар бар. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһынан, Йылайырҙан клиенттар булып тора. Улар хаҡтарҙың түбән булыуын, ә дивандарҙың ныҡ, уңайлы, матур булыуын белдерәләр.
Халыҡта Яңы йылды яңы диван менән ҡаршыларға кәрәк тигән юрау бар. Шулай булғас, Өр яңы йылды яңы мебель менән ҡаршыларға теләүселәр “Пан-Диван” мебель салонына рәхим итегеҙ! Магазин ялһыҙ эшләй. Адресы Аҡъяр ауылы, Төхвәт Морат урамы, 33. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 10-дан киске 19.00-ға тиклем.
Әлиә Ҡоҙабаева, Аҡъяр ауылы:
- “Пан-Диван” магазины асылған ваҡытта беҙ яңы өйөбөҙгә күсергә йыйына инек. Залыбыҙға дүрт метрлыҡ "Шанхай" тигән диванды тап ошо салондан таптыҡ. Инде урынында “ҡып” итеп ултырҙы. Төҫө лө, тегелеше лә, материалы ла оҡшаны. Ултырыу урыны ла, яҫтыҡтары ла уңайлы. Диван аҫтында кәрәк-яраҡтар өсөн ҙур йәшниктәре бар. Беҙҙең ҙур ғаиләгә хатта тамам булып ҡалды. Был һуңғы диваныбыҙ булмаҫ, тағы ла барырбыҙ әле. “Пан-Диван” йомшаҡ мебель магазинына уңыштар теләйем.
  • Луиза Юлмөхәмәтова.
  • Читайте нас: