Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2019, 11:40

Әбүбәкер ауылынан Бибикамал Билалова 90-йәшлек оло юбилейын билдәләй

Әбүбәкер ауылынан Бибикамал Билалова 90-йәшлек оло юбилейын билдәләй

Бибикамал Хәйретдин ҡыҙын Федоровка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева, эш идарасыһы Людмила Данилова, ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Лариса Бигушова тәбрикләне. Юбиляр инәйгә муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтан, район ветерандар советынан бүләктәр, ҡотлау хаттары тапшырылды. Ул Әсәлек даны, “Әсәлек”, “Герой-әсә” миҙалдары менән бүләкләнгән. Бибикамал Билалова улдары һәм ҡыҙҙарына матур тәрбиә биргән, хәҙер уның 29 ейән-ейәнсәрҙәре һәм 29 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Ҡотлайбыҙ!!!
Читайте нас: