Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 12:18

Кескәйҙәр менән ярты көн. Сәләмәтлек күнекмәләргә бәйле ти, - физик тәрбиә биреүселәр

Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп төрлө һәм уларҙың һәр ҡайһыһы ҙур иғтибарға лайыҡ. Айырым һөнәр эйәһе тураһында яҙыу, уның хеҙмәтенең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөү өсөн үҙеңде уның урынында һынап ҡарау кәрәктер. Һәр ваҡиғаны, миҙгелде үҙең аша үткәргәс кенә, уның бөтә тәрәнлеген аса алаһың. Башҡа һөнәр кеше тураһында уйлағанда, уның эше һинекенән күпкә еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ та булып тойола. Мәҫәлән, кемгәлер хәбәрсе һөнәре еңел кеүек. Уларҙың фекеренсә, һин һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашаһың, төрлө шәхестәр менән аралашаһың, иң беренсе булып күпселек ваҡиғаларҙан хәбәрҙар булаһың.


Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп төрлө һәм уларҙың һәр ҡайһыһы ҙур иғтибарға лайыҡ. Айырым һөнәр эйәһе тураһында яҙыу, уның хеҙмәтенең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөү өсөн үҙеңде уның урынында һынап ҡарау кәрәктер. Һәр ваҡиғаны, миҙгелде үҙең аша үткәргәс кенә, уның бөтә тәрәнлеген аса алаһың. Башҡа һөнәр кеше тураһында уйлағанда, уның эше һинекенән күпкә еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ та булып тойола. Мәҫәлән, кемгәлер хәбәрсе һөнәре еңел кеүек. Уларҙың фекеренсә, һин һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашаһың, төрлө шәхестәр менән аралашаһың, иң беренсе булып күпселек ваҡиғаларҙан хәбәрҙар булаһың.

«Хәбәрсе һөнәрен алмаштыра» рубрикаһына таянып, сираттағы ижади сәфәрҙә Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында физик культура уҡытыусыһы булып эшләп ҡарау теләге тыуҙы.


Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе кеүек үк, физик тәрбиә биреүселәрҙең дә эше бик яуаплы. Ул кескәйҙәр өсөн көн һайын ниндәйҙер яңы асыштар яһап, уларҙы ҡыҙыҡлы һәм яңы нәмәләргә өйрәтә.

«Бөтә яҡтан үҫешкән граждан тәрбиәләү – заман талабы. Йәш быуынды алдағы тормошҡа әҙерләүсе иң төп фәндәр иҫәбенә мин, физик культура уҡытыусыһы булараҡ, тап ошо фәнде индерер инем. Физик тәрбиә дәрестәрендә төп бурыс булып киләсәк тормошҡа әҙер, һәр яҡтан сәләмәт шәхес тәрбиәләү тора. Был дәрес балаларҙың гармониялы психосоматик үҫешенә булышлыҡ итә, уларҙы сыныҡтыра, организмдың төрлө ауырыуҙарға, тышҡы мөхиттең тиҫкәре тәьҫиренә ҡаршы тора алыусанлығын көсәйтә, сыҙамлығын, оҙайлы, ауыр эшкә һәләтлеген арттыра», - тип һөйләне «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреү педагогы Зилә Фәттәхова. Һәм миңә: «Дәресте башларға ваҡыт, хәҙер кескәйҙәр килә», - тине.

Минең маҡсат, балаларҙы тынысландырып, бер рәткә теҙеп, физкультура дәресен башлау һәм мөмкин тиклем бәләкәстәрҙе үҙемә ылыҡтырып, дәресте еренә еткереп, файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреү ине. Бында орсоҡ кеүек тиктормаҫ малай-ҡыҙҙар күп ине. Был бик шәп күренеш. Ләкин уҡытыусы кешегә шаян балаларҙы дәрескә ылыҡтырыу, иғтибарын дәрестәге материалға йүнәлтеү еңелдән түгел икәнлегенә инандым. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡасандыр тәрбиәсе булып эшләһәм дә, уларҙы бер татлы һүҙ менән дә алдаштырып, әүрәтеп, башҡалар менән бер рәткә ҡуйыу ауыр ғына эш булып сыҡты. Ярай әле, Зилә Хәйепйән ҡыҙы менән Зөлфиә Мырҙабай ҡыҙы ярҙамға килде. «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы физик тәрбиә биреү уҡытыусылары Зилә Фәттәхова менән Зөлфиә Байғужина ярҙамында «Пчелка» урта төркөм балаларына физкультура дәресен үткәреү эшен атҡарып сыҡтым шикелле. Иң тәүҙә спорт залы буйлап балалар менән күнекмәләр эшләп, йүгереп сыҡтыҡ. Кескәйҙәр был уҡытыусы апай нимә эшләтер, ниндәй уйындар уйнарбыҙ икән, тип күҙеңә генә ҡарап торалар. Бирелгән ваҡытта беҙ улар менән туп менән төрлө уйындар уйнатып, был төркөм менән хушлаштым.

Еңел тын алмай тор әле, артабан икенсе төркөм балалары спорт дәресенә килә. Ҙурыраҡ төркөм балалары бигерәк тә шуҡ булып сыҡты. «Һин беҙҙе уҡытаһыңмы? Нимәләр уйнайбыҙ? Минең шуны, мин быны уйнайым»,- ти башланылар. Ай-һай, сәғәт телдәре алға елә, ә минең дәрес башланмаған да. Тағы ла миңә физик тәрбиәселәр ярҙам ҡулы һуҙҙы. Физик күнегеүҙәр төрлө була – гимнастика, хәрәкәтле һәм спорт уйындары, спорт күнегеүҙәре.


Кескәйҙәр һөйләшергә генә түгел, дуҫтары менән уйнарға, туп тибергә, йүгерергә, һикерергә лә ярата. Өлкәнерәктәр эстафетала ярышһа, бәләкәсерәктәргә хәрәкәтсән уйындар ойоштораһың. Йүгереү, мәргәнлек һәм зирәклек һәләттәрен үҫтереүсе уйындарҙы оҡшата кескәй дуҫтарыбыҙ. Үткәргән дәрестәремдән һуң, минән физкультура уҡытыусыһы сыҡмаҫ, тигән һығымтаға килдем. Беренсенән, кескәйҙәрҙе дәрес алдынан йыйып, тынысландырырға һәм ваҡытында дәресте башларға кәрәк, сөнки был төркөмдән һуң һине тағы ла ҡалған төркөм балалары ла ырғып-һикереү дәресенә ашҡына. Тәрбиәсе булып эшләгән тәжрибәм булһа ла, физик тәрбиә биреү эше ҡырҡа айырыла. Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы – үҙенсәлекле һөнәр. Күптәребеҙ уның әһәмиәтен аңлап та етмәгән кеүек. Ә уйлап ҡараһаң, был һөнәр артына күпме белем һәм оҫталыҡ йәшенгән.


«Эш көнөбөҙ иртәнге һигеҙҙән башлана. Сәғәт 8.25-тә иртәнге күнекмәләр яһай башлайбыҙ. Беренсе кесе, унан һуң икенсе кесе төркөм, артабан мөмкинлектәре сикләнгән балалар, уларҙан ҡала мәктәпкә әҙерлек төркөм балаларына бер-бер артлы күнекмәләр эшләтәбеҙ. Сәғәт 8.45-кә бөтә төркөмдәргә лә иртәнге күнекмәләр эшләтеп бөтөрөргә тейешбеҙ. Артабан балалар иртәнге тамаҡ ашағас, 9.15 сәғәттә дәрестәр теҙмәһе буйынса физик тәрбиә дәрестәре башлайбыҙ. Төштән һуң иһә теләк буйынса ата-әсә баланы ҡайһы түңәрәккә яҙған - шахмат, шашка, футбол, дзюдо, ритмопластика кеүек түңәрәктәр алып барабыҙ», - тип һөйләне улар. «Балаларҙың шуҡ, шаяндарын нисек дәрес алдынан тыңлатып алаһығыҙ»?, - тип ҡыҙыҡһынам.

«Балалар ыңғай торорға әҙер генәләр. Кесе төркөмдән алып, дәресте әкиәт, уйын формаһында башлайбыҙ. Хәрәкәтле уйындар балаларҙың физик үҫешенә булышлыҡ итә, сәләмәтлектәрен нығыта, хәрәкәт координацияларын яҡшырта. Уйындар менән балалар тырыш, көслө, һәләтле, ныҡ ихтиярлы булып үҫә. Шулай уҡ был уйындар кескәйҙәрҙе тәртипкә өйрәтә. Уйындың шарттарын иҫтә ҡалдырыу аша балаларҙа күҙәтеүсәнлек тәрбиәләнә, иҫтә ҡалдырыу һәләте, хәтере яҡшыра. Уйын барышында балалар бергәләп уйнау, ниндәйҙер бер хәлде хәл итеү кеүек күнекмәләргә, башҡа балалар араһында үҙеңде тотоу, ғөмүмән ҡағиҙәләргә буйһоноу кеүек тәртипкә өйрәнәләр. Балаларыбыҙ район кимәлендә үткән ярыштарҙа һынатмайҙар. Призлы урындар, Грамота, кубок яулап торабыҙ, был беҙҙең балалар, ата-әсәйҙәр менән тырышҡан күмәк эш һөҙөмтәһе. Спорт – беҙҙең тормош, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем ял һәм, әлбиттә, еңеүҙәр. Спорт кешене тәрбиәләй, физик күнекмәләр төрлө эштән һуң кешене ял иттерә, аралашыу сараһы булып та тора. Был турала теге йәки был спорт төрө менән шөғөлләнгән кеше яҡшы белә. Дәрес, түңәрәктәрҙән тыш, байрамдарға ҡарата балалар һәм ата-әсәйҙәр менән берлектә "Атай, әсәй һәм мин спорт ғаиләһе", һаулыҡ көнө, ҡышҡы марафон, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре кеүек спорт ярыштары үткәрәбеҙ»,- тип оҙаттылар мине «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы физик тәрбиә биреү педагогтары.


«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы – һәр йәһәттән дә алдынғы белем усаҡтарының береһе. Тәрбиәүи эштәр һөҙөмтәләре буйынса, мәҙәни саралар үткәреү йәки йәшелләндереү йәһәтенән дә һынатмайҙар. Бигерәк тә спорт яғынан кескәй балалар бирешмәй. Районда үткән ярыштарҙа үҙҙәрен һынайҙар, призлы урындар яулайҙар.

Балалар менән хушлашып, ҡайтыр юлға сыҡҡанда ла, уларҙың сағыу тауыштары ҡолаҡта оҙаҡ сыңлап торҙо.


Луиза Юлмөхәмәтова.



Читайте нас: