Янғын иҫкәрткес бәләнән ҡотҡарыр
“Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”, тигәндәй, ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын күрмәгәндә күҙ асып йомған арала бар мөлкәтең юҡҡа сығырға ла мөмкин. Улай ғына булһа ярай ҙа, янғында кешеләрҙең, бигерәк тә сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлөүе бик тә аяныслы. Ошондай күңелһеҙ эҙемтәләрҙе булдырмауҙы иҫтә тотоп, республика Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә районда күмәк балалы, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр, өлкән йәштәгеләрҙең өйҙәренә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма урынлаштырыу эше дауам итә.
Билдәле булыуынса, был ҡоролмалар йорттоң түшәменә ҡуйыла, янғын сыҡҡан осраҡта бинала барлыҡҡа килгән төтөн өҫкә күтәрелеп, ҡоролмаға эләгә һәм хатта йоҡлап ятҡан кешене лә уятырлыҡ көслө тауыш сығара.
Былтыр республикала янғын сигнализацияларын 2018 йылда сабыйҙары тыуған ғаиләләрҙең йорттарына урынлаштырыу башланғайны. Районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре лә был акцияға ҡушылды. Муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Айнур Баймөхәмәтов әйтеүенсә, бөгөнгө көндә район бюджеты иҫәбенә 1052 янғын иҫкәрткес урынлаштырылған. Шул иҫәптән 2018 йылдың беренсе ғинуарынан сабыйҙары тыуған ата-әсәйҙәр өсөн йыл башында 460 автономлы янғын иҫкәрткес алынды, бюджет аҡсаһына район ауыл биләмәһе төҙөгән исемлек буйынса оло йәштәге 120 граждандарға бүленгән.
Ошо көндәрҙә тағы ла 236 прибор, сиратта торған ғаиләләргә ҡуйыласаҡ. Быйыл сабыйҙары тыуған ғаиләләргә район хакимиәтенең 10-сы бүлмәһендә, бала тыуыу таныҡлығын алып килеп, приборҙы алырға була.
Ҡоролманы ҡулланыу бик ябай, уны һәр кем һатып алып, инструкцияһы менән танышҡандан һуң, үҙ аллы урынлаштыра ала. Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыуҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.
Янғын ваҡытында кешеләр нигеҙҙә һөрөм газы һәм яныу продукттары менән ағыуланыуҙан һәләк була.
Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә. Автономлы янғын иҫкәртеүсе – һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бик кәрәкле, шул уҡ ваҡытта арзанлы (етештереүсеһенә ҡарап 250 һум) ҡоролма.
Был ҡулайламаларҙың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән Федоровка ауылында ике фатирлы өйҙә йәшәүсе ҡатын газ плитаһын эшләп торған килеш ҡалдырып, тышта йөрөгән. Є янғынды иҫкәртеүсе прибор төтөн еҫенә яңғырауыҡлы тауыш сығара, уны күрешеләре ишетә. Бүребай ауылындағы бер йортта электр сымдарының төҙөк булмауы сәбәпле ут тоҡанған. Был осраҡта махсус яйланма арҡаһында кешеләр зыян күрмәне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын иҫкәрткестәре аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә һәм балалары булған, социаль йәһәттән хәүефле һаналған ғаиләләргә бушлай бирелә.
Хөрмәтле граждандар, янғынды булдырмау, һеҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарыу һәм милекте уттан һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән, һеҙгә үҙ йорттарығыҙға автоном датчиктар урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Єлеге янғын иҫкәртеүселәр ябыҡ биналарҙа ҡулланыла. Йортта аҙ ғына төтөн сыҡһа ла, был ҡуллайма уны шунда уҡ бик көслө тауыш менән белгертә. Өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға әлеге датчиктарҙы урынлаштырыу бигерәк тә кәрәк. Ћеҙҙең, туғандарығыҙҙың тормош именлеге өсөн, һеҙгә янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡуллайманы үҙ йортоғоҙҙа булдырырға кәңәш итәбеҙ. Сөнки 250 һум торған прибор, меңдәрсә тапҡыр күберәк торған мөлкәтегеҙҙе ҡотҡара ала.
Электр үткәргестәрҙе ваҡытында алмаштырырға, төтөн сығыу юлдарын ремонтларға һәм таҙартырға онотмағыҙ.
Үҙ йортоғоҙҙо янғындан һаҡлағыҙ.