Һуңғы арала республика етәкселегенең медицина өлкәһенә ҙур иғтибар биреүе сикһеҙ ҡыуандыра. Юғиһә, халыҡтың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы етешһеҙлектәргә бер туҡтауһыҙ дәғүәләр белдереүе бигерәк күңелде ҡыра ине.
Бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлауға аҡса ла күп бүленә башланы. Әммә төп мәсьәлә булып һаман да кадрҙар проблемаһы ҡалыуы борсолдора. Ағымдағы йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы коллективы ла йәш кадрҙар менән тулыланды. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов та йәш белгестәрҙе яңы урында эш башлауҙары менән тәбрикләне. Уларҙың эше, үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Береһенән-береһе матур ҡыҙҙары, йәш белгестәрҙе күргәс, иң тәүҙә: «Былай булғас, сәләмәтлегебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа икән», - тигән уй килде. Юғиһә, табиптар эштән китә тигән һүҙҙәр күңелгә ҡотҡо һалғайнылар.
Дүрт йәш белгестең береһе — Аҡъяр район үҙәк дауаханаһында табип-гинеколог булып эшләп йөрөүсе Гүзәл Ильясова. Икенсеһе — Мәмбәт ҡыҙы Фируза Сурина, ул Өфө ауылында терапевт булып бер йыл уңышлы эшләп йөрөй. Өсөнсө белгес, Бүребайҙан Юлия Пручай, Силәбе медицина университетында терапевт һөнәрен үҙләштереп, бөгөнгө көндә тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлаған. Дүртенсе белгес Мария Миляева Федоровка ауылында уңышлы эшләп йөрөй.
Раил Хазморат улы йәш табиптарға аҡсалата сертификат тапшырҙы. Бөгөн дауаханаға йәш табип¬тарҙы йәлеп итеү маҡсатында районда алып барыла. Юғары уҡыу йорттарына һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүсе колледждарҙа, райондан белем алған ҡыҙ һәм егеттәр менән шәхсән осрашыуҙар үткәрелә. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә саҡырыла. Йәш белгестәргә йорт йәки фатир (теләктәренә ҡарап) бирелә.
Бала саҡтан хыял иткән һөнәрен һайлаған йәштәр үҙҙәрен бәхетле һанай. Ысынлап та, бөтә күңелең менән яратып табип эшен башҡараһың икән, тимәк, һин изге, сауаплы эште башҡараһың. Баш ҡаланың ылыҡтырғыс тормошона ҡыҙыҡмайынса, тыуған яҡтарына ҡайтҡан йәштәргә уңыштар, һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләргә генә ҡала.
Фируза Сурина, терапевт-участковый:
–Ауыл еренә ҡайтыуҙың бер кире яғын да күрмәйем. Бөгөн ундағы тормош сифаты ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай. Эш һөйгән, әүҙем, айыҡ аҡыллы кешеләр тиҙ ерегә. Йүнәлеш буйынса Өфө ауылына эшкә ебәрҙеләр. Торлаҡ та бирҙеләр. Эшем оҡшай, әлбиттә башта ауыр булды, әммә һөнәреңде яратһаң, өйрәнеп китәһең икән. Миңә тиклем эшләгән, элекке фельдшер, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы Флүрә Єширова, үҙенең кәңәштәре менән мин өйрәтеп торҙо. Табип һөнәре тәүәккәлекте талап итә, улар ниндәй генә сетерекле осраҡта ла юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.