Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 09:53

Маҡан ауылында һыуға мохтажлыҡ юғалды

Маҡан ауылында һыуға мохтажлыҡ юғалды

Маҡан ауылында һыуға мохтажлыҡ юғалды

Районда эсәр һыу проблемаһын хәл итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Быйыл Маҡан ауылында халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында һыу үткәргес торбалары алмаштырылды.

Бында йәшәүселәр һыуҙың һәр тамсыһы ҡәҙерле икәнлеген яҡшы аңлай. Ошо йәһәттән ағымдағы йылда “боҙ” урынынан ҡуҙғалды тиһәк тә хата булмаҫ. Ниһайәт, һәр йорт эргәһенән торбалар үткән һәм теләгән һәр кем торлаҡҡа уны өйөнә индерә аласаҡ. Ошо хаҡта Маҡан ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мәмбәтов түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе:

–Маҡан ауылында эсәр һыу проблема булды. Хәҙерге ваҡытта эштәр яйланды, район бюджетынан аҡса бүленеп, проблеманың 97 проценты хәл ителде. 150 метр оҙонлоғонда торбалар алмаштырырға ғына ҡалды.. Ѓөмүмән, был көнүҙәк проблема өҫтөндә эш мин ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнгә тиклем башланған ине. 700 метр һыу торбалары үткәрелеп, бөгөнгө көндә минең ҡул аҫтында 500 метр эшләнелде. Шулай уҡ яңы ҡоҙоҡ ҡаҙылып, 300 метр оҙонлоғонда торбалар үҙәк трассаға тоташтырылды.Дала, Панков, Урман һәм Дуҫлыҡ урамдарына тулыһынса торба һалынып, Єхмәтшин урамына 50 метр үткәрелде.

Маҡан ауылы халҡы бик шат. Сөнки быға тиклем йә һыу булманы, йә йүнләп аҡманы. Хәҙер һыу баҫымы көслө. Төҙөлөш эштәрен крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Дмитрий Казарян алып бара.

Маҡанда һыу үткәргес торбаларҙы алмаштырыу менән бер рәттән урамдарға ҡырсынташ түшәлә. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илдар Иҫәнгилдин менән 300 мең һумға килешеү төҙөп, 1.300 метр юлды эшләй башланылар. Панков, Дуҫлыҡ урамдары һәм Аксаков боролошона тиклем ҡырсынташ һалынасаҡ.

Төҙөкләндереү эше артабан да дауам итәсәк. Планда мәҙәниәт һәм ял паркын булдырыу маҡсаты тора. Ата-әсәләр балалары менән ял итһен өсөн тырышасаҡбыҙ. Балалар өсөн уйнау майҙансығын да эшләйәсәкбеҙ.

Әйткәндәй, урамдарҙы төндә яҡтыртыу маҡсатында “Аныҡ эштәр” сиктәрендә буйынса 200 мең һум аҡса бүленеп, Маҡан ауыл биләмәһендә урынлашҡан ауылдарға лампалар ҡуйылды. Тағы ла ике ҡатлы йорттар эргәһенә лә яҡтыртыласаҡ.

Љаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыла башланы. Єлегә улар бөтәһе 5 майҙансыҡ.

Маҡанда бөтәһе 1228 кеше иҫәпләнә. Тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйбеҙ. Маҡан халҡы барыһы ла ҙур пландар менән йәшәй һәм эшләй. Былар бөтәһе лә халыҡ мәнфәғәтенә башҡарылған эштәр,–тине.
Читайте нас: