Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 10:46

Бәхетле әсә

Бәхетле әсә

Бәхетле әсә

Күптән түгел беҙҙең райондан тағы бер бәхетле әсә "Єсәлек миҙалы"на лайыҡ булды. Матур традиция буйынса Бүребайҙан Виктория Григорьева район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов менән осрашып, үҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Ишле балалар әсәһе Өфөлә үткән тантаналы сара тәъҫоратары менән бүлеште.

Григорьевтар Бүребай ауылында матур йорт төҙөп сыҡҡандар, унда һыу, канализация үткән, ғөмүмән әйткәндә, яҡшы йәшәргә бөтә уңайлыҡтары ла бар. Єлеге ваҡытта иптәше менән “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Виктория конвейр машинисы, ире иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. Уңған ғаилә ҡош-ҡорт тотоп, тырышып йәшәйҙәр.

–Өс улым, ике ҡыҙым бар. Иң өлкәненә 17 йәш, ул әлеге ваҡытта Баймаҡта колледжда уҡып йөрөй, кесеһенә 2 йәш 6 ай. Балалар ишле булғас, өйҙә күңелле, улар иптәшем менән икебеҙҙе илһамландырып торалар. Ћәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Балаларым бер-береһен ҡарап, ярҙам итеп үҫәләр,–тине Виктория.


Читайте нас: