Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 10:59

Акцияға ҡушылығыҙ, бүләктәр отоғоҙ. Приздар уйнатыу башланды

«Аҙна һайын отош» уйынының тәүге еңеүселәре Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ киләме? Бының өсөн 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» нә яҙылып, квитанцияғыҙҙы уйынға теркәтегеҙ. Ни өсөнмө? Күптәр көтөп алған «районка»ға яҙылыусылар араһында, хəбəр итеүебеҙсə, уйыныбыҙҙы башланыҡ.



Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нəшриəт йорто һәм шәхси эшҡыуар Луиза Абыҙгилдина əҙерлəгəн шәп приздар уйнатыла. Үткəн йыл ошондай уҡ уйында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы һөйөндөргəйне, быйыл квитанциялары менəн редакцияға килеүселəр əлегə əҙерəк. 22-се октябргә ҡарата бөтәһе 35 квитанция уйнатып, дүрт даланлыны билдәләнек. Шулай итеп, осраҡлы рәүештә һайлап алынған дүрт квитанция хужаһы – «Хәйбулла хәбәрҙәре» еңеүселәре - Йәнтеш ауылынан Єлимә Ҡадаева емеш-еләк һауыты, Байғусҡарҙан Мәжит Баймырҙин кәсәләр йыйылмаһы, Маҡан ауылынан Гөлсирә Ҡудашева стакандар йыйылмаһы һәм Аҡъярҙан Зәйтүнгөл Билалова сынаяҡ йыйылмаһы отто.


- «Районка»ны етмешенсе йылдан алып алдырам. Күберәк ауыл халҡының тормошон, ябай хеҙмәтсәндәрҙе сағылдырған мәҡәләләр оҡшай һәм улар гәзит биттәрендә күберәк булһа ине. Байғусҡарҙа тыуып үҫтем, колхозда ең һыҙғанып эшләнек. Быға тиклем отҡаным булманы, бүләгегеҙ өсөн рәхмәт, артабан да гәзит менән бергә булырбыҙ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Мәжит Зиннәт улы. Уға ҡушылып: «Эйе, мин дә етмешенсе йылдарҙан уҡыйым, бер яҙлымай ҡалғаным булманы. «Љыҙыл байраҡ», «Яңы тормошҡа» гәзиттәрен бөгөнгөләй хәтерләйем. Миңә бигерәк тә хикәйәләр оҡшай», - тине Єлимә апай. Яратҡан гәзит тураһында мин дә әйтәйем әле: «Юлдыбай ауылынан күсеп килдем. Һәм Хәйбулла хәбәрҙәрен алдырғаныма ун биш йыл. Миңә лә баҫылып сыҡҡан хикәйәләр оҡшай, гәзитте көтөп алып, район яңылыҡтары менән танышам», - тип һүҙгә ҡушылды Гөлсирә апай. Бына бит, даланлылар гәзит кенә уҡып ҡалмай, бүләкле лә булды.


Бүләк отош киләһе аҙналарҙа дауам итәсәк, квитанцияларығыҙҙы ебәрергә ашығығыҙ. Ҡыҫҡаһы, ятып ҡалғансы атып ҡалығыҙ. Бәлки бүләк тап һеҙҙе көтәлер. Ярты йыл буйы «Хәйбулла хәбәрҙәр»ен уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта иҫтәлекле приз отоуығыҙ ҙа мөмкин.


Луиза Юлмөхәмәтова.



Читайте нас: