Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 23:57

95 йәшлек ағинәй

Районда оло йәштәгеләрҙе күркәм тормош юбилейҙары менән тәбрикләү күптән изге йолаға әүерелгән. Һəр ауыл биләмәһендә инәй-олатайҙарға Рəсəй Президенты Владимир Путин һәм район хакимиәте етәкселеге исеменəн иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Был юлы рәсми вәкилдәр Өфө ауылына, 95 йәшен билдәләгән Баныу Байсуринаға юлланды. Инәй ихлас йылмайып, ҡыуанып ҡаршы алды уларҙы.


Баныу Хәмит ҡыҙы 42 йыл мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта. Кейәүгә сығып, ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әле ул ейән-ейәнсәрҙәре ихтирамына солғанып йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баныу инәйҙең хәтере яҡшы, кәйефе көр. Зарланырға һис яратмай ул, тормошҡа яратып, көлөп баға.


"Аллаға шөкөр, пенсиям яҡшы, ваҡытында килеп тора. 42 йыл ғүмеремде балалар уҡытыуға арнаным. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тағы ла өс йыл эшләнем әле",--ти мәғариф ветераны.


Баныу инәй әле улы менән йәшәй. Тормоштоң әсеһе-сөсөһөн күп татыған ил инәһенең ҡартлығы бәхетле.


"Атайыбыҙ иртә мәрхүм булып ҡалғас, әсәйебеҙ донъя йөгөн үҙ өҫтөнә алды. Оҙаҡ йылдар күпләп мал тотто. Иҫәнгилде яғына биш саҡрымдай йәйәү барып, бесән сабып, кире ҡайтып йөрөнө. Ул бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы. Эшкә бигерәк әрһеҙ ине, һәр саҡ алдан йүгерҙе. Беҙгә лә бар һыу алып кил тип йомош ҡуша ла, һин хәҙер тигәнсе үҙе елдереп сығып та китә ине. Иҙәнде йыуып ал тип әйтеп тә өлгөрмәй, үҙе йыуа ла башлар ине. Әсәйемдең күҙҙәренән һәр саҡ йылы нурҙар ағылды. Изгелегең өсөн мең рәхмәт, әсәкәйем",--ти юбилярҙың ҡыҙы Әнүзә Гәрәева.

М.Ғәлиева.
Читайте нас: