15 тонналыҡ техника штурвалы артында
йәғни комбайнсы хеҙмәтен үҙ иңемдә татыным
Алда алтын баҫыу йәйрәп ята… Уның иге-сиге күренмәй… Бер-бер артлы бер иш комбайндар баҫыуҙы иңләй. Урып-йыйыу эштәре бөтөүгә бер нисә көн ҡалды тигәндә, комбайнсы һөнәрен үҙләштереп ҡарау теләге уянды. Ниңә мин нәҡ ошо һөнәрҙе һайланым? Сөнки тап улар хеҙмәте менән магазин кәштәләрендә тәмле икмәктәр ята, ә хужалыҡ әрйәләре иген менән тултырыла.
Кем генә комбайнсы һөнәрен еңел ти икән? Быны белер өсөн, үҙеңә эшләп ҡарар кәрәк. Улар иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙа, беҙҙең районда ғүмер буйы ел булыу сәбәпле, саң, дауыл… Был һиңә йылы кабинетта ултырып эшләү түгел. Был эш кешенән ҙур сыҙамлылыҡ талап итә. Єгәр Иван Васильевич– Совет кинофильмының танылған геройы–һөнәрен алмаштыра алғас, минән дә сығыр ул тип, диктофонды, блокнотты, ручканы һалып, 15 тонналыҡ техниканың штурвалы артына ултырырға ниәтләнем.
Йома иртәм һәр ваҡыттағыса бер сынаяҡ ҡәһүә эсеп, яйлап эшкә әҙерләнеүҙән башланманы. Таң һыҙылғас тороп, йылы, уңайлы кейем кейеп, комбайнсы ярҙамсыһы булып баҫыуға юлландым. Баҫыуға тигәс, әлбиттә, ҡапыл урып-йыйыу эштәренә тотонманыҡ. Иң тәүҙә комбайнды ҡарап сығып, уға яғыулыҡ ҡойорға кәрәк. Минең яңы коллегам–2008 йылдан Урал аръяғын МТС-нда эшләүсе механизатор Фидан Бағышаев. Ул үҙе менән таныштырып, техника тураһында һөйләп алғас, агрегаттың ҡынын һөртөп, радиаторын өрөп, һаламдан таҙартырға ҡушты. Был көндө миңә эш тураһында күрһәтеп һөйләп кенә үтмәнеләр, хатта комбайн йөрөтөргә лә рөхсәт иттеләр.
–Бала саҡтан техника менән дуҫмын, үҙемдең эшемде яратам. Яҙғыһын “Джон-дир” тракторында сәсәбеҙ, көҙгөһөн йыйып алабыҙ. Миңә ҡалһа, игенсе һөнәре иң кәрәклеһе. Сөнки уҡытыусы ла, табип та, президент та, космонавт та һәм башҡаһы ла икмәкһеҙ йәшәй алмай. Ә уны тыныс һөнәр эйәһе–игенсе үҫтерә. Љыш көнө беҙгә ял булһа ла, өйҙә тик ятмайым, Себер тарафтарына сығып эшләйем, унда ла техниканан айырылмайым,–тине яңы танышым. Фидан комбайндың барлыҡ нескәлектәрен бер көндә булһа ла өйрәтергә тырышты. Комбайнға ултырһаң, үҙенән-үҙе башҡаларҙан ҡалышмау, башҡалар менән бер рәттә булыу, уңышты ваҡытында йыйып алыу теләге барлыҡҡа килә икән ул. Єммә гел дә шыма ғына тик йөрөп булмай шул. Техника булғас, бер нимәһе, йә икенсеһе боҙолоп тора. Мин баҫыуҙа булғанда, комбайндың иген урғысы боҙолдо. Шунда уҡ инженер килеп, йүнәтеп ебәргәс, артабан тоҡанып киттек.
Яйлап тирә-яҡты күҙәтә башланым. Бөтә яҡ алтын төҫкә мансылған, ҡоштар һайрай, саф һауа… бер һүҙ менән әйткәндә–ожмах мөйөшө. Єммә мин бында тирә-яҡ менән һоҡланырға килмәнем, эш менән шөғөлләнергә кәрәк.
Агрегатты әҙерләп бөттөк, инде ҡуҙғалһаҡ та ярай. Бейек, заманса комбайнға менеп ултырҙым. Бер аҙ ҡурҡытҡан һымаҡ та булды, сөнки мин бәләкәй саҡтан бейеклектән ҡурҡам, шуға ҡарамай, ишек автомат рәүештә ябылғас, ҡурҡыуым бер аҙ кәмене. Иркен комбайн кабинаһында таҙа һәм бөтә уңайлыҡтары бар: йылы, музыка уйнай, эҫе булһа, ҡеүәтле кондиционер эшләй. Борт компьютеры комбайнсыға ашлыҡ һуҡҡыс үҙе ҡырҡҡыс бысаҡтарҙы кәрәкле кимәлгә ҡуйыр өсөн, иген культуралары өсөн кәрәкле режим һайларға мөмкинлек бирә. Унан тыш, механизм двигателдең ҡыҙыуын, иген бункиры нисә процентҡа тулыуы, ғөмүмән, бөтә килеп сыҡҡан хатаны хәбәр итеп тора. Єйткәндәй, был мөғжизә техникаға иген тулһа, айырым бер тауыш та сығара.
–Игенселәрҙең барыһына ла баҫыуҙа эшләү оҡшайҙыр ул. Оҡшамаһа килмәҫтәр ине. Бер тапҡыр ҡырҙағы иген шауына, икмәк еҫенә һәм комбайндар гөрөлдәүенә ғашиҡ булғанһың икән, сезон еткәс, гел баҫыуға тартыла башлайһың,–тине “Урал аръяғы” МТС-ы инженеры Ришат Байғусҡаров йылмайып. Ул үҙе лә 10 йыл ураҡ өҫтөндә эшләй. Техникаларҙы белә, уларҙы ремонтлау эше менән шөғөлләнә. Ул ун алты йәшендә ағаһының тракторына ултыра, ә комбайнға 19 йәштә. Баҫыу эштәрен энәһенә-ебенә тиклем белгән инженерҙың тәжрибәһе етерлек. Шуға ул бар технологияны, һәр аҙымды үҙе контролдә тота.
“Эшегеҙҙә иң ҡыйыны нимә?” – тип ҡыҙыҡһынғас, игенселәр: “Эшләһәң, бар кәртәләр юҡҡа сыға. Ваҡытында бөтәһен дә йүнләһәң, ауырлыҡтар тыумай.
Комбайнсы үҙенә бер нисә һөнәрҙе үҙ эсенә ала. Ул водитель дә, тракторсы ла, автомеханик та. Урыу техникаһының хәле ҡарау уның иңендә ята.
Игенселәрҙең эш графигы шаҡтай ҡатмарлы. Таң менән тороп, тиҙ генә йыйынып ҡырға сығып китә улар, ә унда эш кискә тиклем дауам итә. Ике йыл ҡоролоҡ булыу сәбәпле, ҡайһы ваҡыт төнгө ун бергә тиклем дә тотҡарланырға тура килә. Эштә барыһы ла була, көйһөҙлөктәр ҙә килеп сыға.
Был көндө хужалыҡ комбайнсылары урып-йыйыу эшенә иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә төштө. Эш алдынан техниканы еренә еткереп ҡарарға кәрәк, сөнки уның техник торошо менән ҡыҙыҡһынмай, нисек бар, шулай йөрөйһөң икән, ул боҙолоп, эш ваҡытын аласаҡ. Шулай уҡ кисен ямғыр яуып үтһә лә, баҫыуҙың кипкәнен көтөр кәрәк. Єгәр иртәнсәк яуған булһа, баҫыуға сығып тороу ҙа кәрәкмәй. Сөнки һыулы үләнде комбайн ура алмай. Башаҡтарҙы ел йығып һалһа ла яҡшынан түгел.
Комбайн хужаһы Фидан үҙенең гигант тимер юлдашының ҡәҙерен белә. Машинаның бер көн нормаһы–13 тонна уңыш йыйыу. Єлбиттә, бәләкәй һандар түгел. Комбайнсы өсөн һәр минуты ҡәҙерле. Үҙенең эше тураһында һөйләп, етенде урып-йыя башланыҡ. Төш ваҡыты еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, баҫыуға тәмле аш еҫтәрен сығарып, “УАЗ” машинаһы килеп етте. Ћурпа, итле ҡара бойҙай ашап, эҫе сәй эсеп алғас, тағы ла эшкә.
Бөгөнгө көндө һауа торошо яҡшы,–тиҙәр игенселәр. Љайҙан яҡшы? Єсе ел, саң, һыуыҡ, өшөттө. Был минуттарҙа минең иң ҙур теләгем– иге-сиге күренмәгән баҫыуҙан сығып ҡотолоу ине. Еңел машинаға ултырып ҡайтҡанда, был эштә физик яҡтан сыҙам, етеҙ хәрәкәтле, оҫта механизатор ғына эшләй алыуына төшөндөм. Иртәгә-ял көнө, ә игенселәр өсөн ял көндәре юҡ, яҡшы уңыш йыйып алыу өсөн көн дә иртә таңдан эшләйҙәр. Мин уларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек һәм именлек теләйем.