Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 11:50

Бүләктәр – иң тоғро гәзит уҡыусыларға.

Ауыл хужалығы йәрминкәһе үткән муниципаль район хакимиәте бинаһы янындағы майҙанда иртәнге сәғәт ундан дәртле көйҙәр яңғыраны, бина яны шау-гөр килеп торҙо. Сөнки йәрминкә һәм концерт программаһынан тыш, “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм "Хайбуллинский вестник" гәзиттәренә 2020 йылдың 1-се ярты йыллығына яҙылыу майҙансығы ойошторолдо. Был көндө «районка»ға бөтәһе 50-гә яҡын кеше яҙылды.


Үҙ сиратында район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре лә бүләктәргә йомарт һәм бай булды. 12 октябргә тиклем “районка”ға яҙылып өлгөргәндәр һәм ошо көндә яҙылыусылар – Аҡъяр ауылынан Мөхәмәт Байғужин, Марат Туғыҙбаев, Лариса Мәмбәтова, Айһылыу Мостафина, Рәшиҙә Нураева, Нурия Сараева, Єбүбәкерҙән Гөлшат Билалова, Йәнтештән Єхмәтйән Исҡужин, Яңы Ергәндән Єсхәт Баракатов, Өфө ауылынан Рәжәп Хәсәнов, һәм Бүребайҙан Зөһрә Шәкировалар “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенән сәғәт, сәй сервизы, йылы яулыҡ, пластмасс һәм эмаль һауыт-һабалар алып ҡыуанды.

Бынан тыш, гәзитебеҙҙең махсус викторинаһында ҡатнашып, дөрөҫ яуап биреүселәр ҙә бүләк отто. Унда ҡатнашыусылар һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр, уларҙың район гәзите менән бергә булыуҙары, дөрөҫ яуаптары һөйөндөрҙө. Шулай уҡ алдан иғлан итеүебеҙсә, ошо көндө гәзиткә яҙылған һәр унынсы кешегә, «районка»ның иң элекке һанын алып килеүсегә махсус приздар бирелде. Ятып һарғайған, әммә ҡәҙерләп һаҡлап һалған элекке гәзит һандарын алып килеүселәр бүләктәре, ҡомартҡы гәзиттәре менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Артабан да, аҙна һайын отош уйыны дауам итә әле, кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, почта бүлексәләренә барып яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы уйынға тапшырығыҙ. Ғөмүмән, Бөтә халыҡ гәзиткә яҙылыу көнө юғары кимәлдә, күңелле үтте. Әйткәндәй, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенән бүләк отҡан, әммә шул көндө документтары булмағандарҙан паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен алып килеүҙәре һорала.

Берҙәмлектә генә көс тиҙәр. Дуҫтары күп булғанда ғына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите йәшәр. Киләһе йылда ла баҫмабыҙҙы яҡын күреүселәр сафы ишәйер, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: