Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2019, 22:55

Һаҡмар-Наҙарғолдар айыҡ тормош яҡлы

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушыла...Кисә бында Республика көнө уңайынан көҙгө муллыҡҡа арналған матур сара үтте.

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушыла...Кисә бында Республика көнө уңайынан көҙгө муллыҡҡа арналған матур сара үтте.


--Беҙҙең ауылда тырыш, матур итеп донъя көткән, балалар үҫтергән сәмле халыҡ йәшәй. Башҡа ауылдарҙан айырмалы рәүештә беҙҙә көмөшкә һатыусылар, эскелек юҡ. "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылыу тәҡдимен бөтә ауыл хупланы. Был турала ҡарар дөйөм сходта ҡабул ителде,-тине Рәшиҙә Сәйфуллина.


Эскелеккә урын булмаһа, кеше һәр саҡ сәмләнеп донъя көтә, тәртипкә, таҙалыҡҡа ынтыла, ғаиләһен ҡарау өсөн йүнен таба, бар нәмәне хәстәрләй.

Ауылдың йорттары, урамдары төҙөк. Ошондай күркәм ауылдар, уның уңған, тырыш, бөтмөр халҡы киләсәккә ышаныс уята.
Читайте нас: