Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2019, 11:53

Исем биреү-балаға фатиха биреү

— Исемең нисек? — тип һорай һәр кем бер-береһе менән танышҡанда. Борон замандарҙа беҙҙең ата-бабалар ят кеше менән осрашҡанда ниндәй ырыуҙанһың? Кем балаһы булаһың? Атың кем? Кем атлыһың?- тип һорашыр булған. Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғиәт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер — быны әйтеүе ҡыйын. Билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр бер дәүерендә кеше исемдәре булған. Улар бик борон замандарҙа тәүтормош дәүерендә аныҡ телмәр менән бер ваҡытта барлыҡҡа килгән, тигән фекер йәшәй.

Кеше исеменең мәғәнәһе быуаттар буйына формалашҡан. Төрлө исемдәр төрлөсә яңғырай: ҡайһы берҙәре яғымлы,икенселәре күңелгә ят. Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та бирелгән исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай әле. Атай-әсәй балаға ғүмер һәм исем бүләк итә. Ошо исем уны ғүмер буйы оҙата килә. Исем менән кеше донъя күрә, ауырлыҡ-шатлыҡтарын да бергә күтәрә. Исемдең асылы күп мәғлүмәт бирә Ул яғымлы, йомшаҡ, иркә мөмкин, шул уҡ ваҡытта ҡоро, ҡурҡыныс, яңғырарға мөмкин. Исем кешенең характерына, яҙмышына тьәҫир итә тигән фекер йәшәй халыҡта. Тимәк, исемдәре-халыҡ тарихының бер айырылмаҫ өлөшө.

Дөрөҫ исем һайлау

Ниндәй генә заман булмаһын, донъялағы бөтә ата-әсәләрҙең исемгә ҡарата үҙгәрешһеҙ бер талабы, теләге йәшәп килә: уның балаһы оҙон ғүмерле, ныҡ, аҡыллы, эшлекле, белемле, изге күңелле, һәйбәт характерлы, матур һәм батыр булһын.

Билдәле булыуынса, мәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, бөтөнләй ят, яhалма исемдәр көнөнә, айына, йылына нисә тапҡыр ҡабатланып, баланың киләсәгенә, хатта яҙмышына, рухи донъяhына, үҙаңына насар тәьҫир итә. Зөфәр ағай Толомғужиндың мәҡәләһен ҡарап китәйек. Ошо хәҡиҡәтте белмәйме икән инде үҙ балаhына мәғәнәhеҙ яhалма исем ҡушҡан ата-әсә?-тип яҙа ул “Асылға ҡайтыу” мәҡәләһендә. Ни өсөн балаға матур, яғымлы, мәғәнәле исем ҡушыу тантанаһы ҡушамат тағыуға әйләнде?

Ят, мәғәнәhеҙ исемдәр халҡыбыҙ араhына уҙған быуаттың 60 – 90-сы йылдарында түгел, ә байтаҡҡа иртәрәк – Октябрь революцияhынан hуң килеп инә. Тап ошо мәлдә халҡыбыҙҙың тормошонда, рухи донъяhында ҙур hынылыш башланған. Революция hәм Граждандар hуғышы халҡыбыҙ аңына бөтөнләй ят төшөнсәләр, телебеҙгә элек бер ҡасан да билдәле булмаған hүҙҙәр алып килгән: революция, контра, кулак, буржуй, яңы тормош, аҡтар, ҡыҙылдар, ҡыҙыл йондоҙ, бөтә донъя революцияhы hәм башҡалар. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йөҙәр йыл йәшәй килгән башҡорт исемдәре, исем ҡушыу йолалары яңы властар тарафынан «иҫкелек ҡалдығы», «иҫкелек мираҫы», «үткән ваҡыт мираҫы», «үткән колониаль мираҫ» тип иғлан ителгән. Шулай итеп, бөтә ил күләмендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, иҫкелек ҡалдыҡтарына ҡаршы аяуhыҙ көрәш асылған. Тап ошо ваҡытта Галилей, Бруно, Спартак, Томас, Уот, Тайлор, Марат, Камиль, Ноэль, Марсель, Клара, Роза, Риль, Радек, hәм башҡа исемдәр барлыҡҡа килгән.

Бик күп яңы исем Ленин, Октябрь революцияhы, бөтә донъя революцияhы, Коммунистик Интернационал менән бәйле. Яңы тыуған сабыйҙарға календарь биш йыл буйы бына ниндәй исемдәр тәҡдим иткән Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилким (Владимир Ильич Ленин hәм Коммунистический интернационал молодежи), Вилена, Вилера (В. И. Ленин и революция), Ленир (Ленин и революция), Револь, Люция (революция), Октябрина, Дамир (Да здравствует мировая революция), Замир (За мировую революцию), Радмир (Рады мировой революции), Ревлен (Революция и Ленин), Ревмир (революция мировая), Зарема (за революцию мировую), Ренат, Рената (революция, наука, труд), Юнир (юный революционер) hәм башҡалар. Бөгөн был исемдәрҙе йөрөткән кешеләр бихисап.

Йылдан-йыл ҡабатланған был исемдәр, hис шикhеҙ, кешеләрҙең аңына hеңә башлаған, уларҙың иғтибарын йәлеп иткән. Рус халҡында, мәҫәлән, Равиль, Наиль, Камиль, Спартак, Ренат, Ревмир, Дамир, Замир, Чарта, Интерна тигән hәм башҡа тәҡдим ителгән исемдәрҙе осратырмын тимә

Ә бына башҡорттар, Ленин менән Сталин төҙөй башлаған «яңы тормош»ҡа тиҙерәк барып инергә ашығып, үҙҙәренең тарихи исемдәренән ваз кисеп, туҙға яҙмағандарын ҡабул иткән. Һуңыраҡ, 60 – 70-се йылдарҙа, үрҙә килтерелгән исемдәр бер аҙ юғала төшкән. Ләкин уларға алмашҡа тағы ла мәғәнәhеҙерәк, рухи донъябыҙға бөтөнләй тап килмәгән исемдәр килгән: Фрит, Финат, Фидат, Фирдәт, Фирғәт, Фәрзәт, Фларит, Фларис, Фәнзил, Фәнзит, Филарет hәм башҡалар. Был исемдәр бер нәмәне лә аңлатмай. Дәүерҙе дәүер алмаштырған, Башҡортостаныбыҙҙа рухи үҫеш өсөн яңы шарттар тыуған, әммә сабыйға исем ҡушыу мәсьәләhендә хәлдәр үҙгәрмәгән. Киреhенсә, йәштәр бер-береhе менән ярышып тигәндәй үҙ балаhына Альфред, Динис, Лидия, Олеся, Юлия, Ирина, Лариса, Женя, Олег, Валерий, Ангелина кеүек христиан исемдәре таға башлаған. Үрҙә килтерелгән бихисап факттан күренеүенсә, бөгөн дә байтаҡ йәш ата-әсә балаға исем ҡушыуға етди ҡарамай, баланың киләсәген уйламай, «мода»ға эйәреп hәм рухи hуҡырлығын бөтә илгә күрhәтеп, үҙ балаhына мәғәнәhеҙ исем эҙләп таба hәм баланы ғүмерлеккә ризаhыҙлыҡҡа дусар итә.

Бөгөн беҙҙә матур яңғырашлы, саф башҡорт исемдәрен һайлаусы ата-әсәсләр етәрлек. Бала үҙенсәлекле милли исем йөрөтһә, тағы ла һылыуыраҡ, камилыраҡ, аҡыллыраҡ күренә, шулаймы? Бер ҙә уйланмай балаһына еңел-елпе исем биргәндәр аҙым һайын осрай. Исемен үҙе ҡушмаһа ла, кеше уны ғүмере буйы йөрөтә. Милли рухлы, аһәңле, мәғәнәле, имен йәшәү өсөн кәрәкле булһын тип һайланған исем кешегә дәрәжә өҫтәй кеүек.

Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Яны тыуған сабыйға—киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы гражданына исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫһә, унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Һәр кеше исемен үҙгәртмәһен, оялмаһын.

Заһира Биккинина, район ЗАГС бүлеге начальнигы:

- Сабыйға исем биреү бик мөһим, яуаплы бурыс ул, тип әйтер инем, сөнки кеше был исемен - оҡшаймы уға, юҡмы - ғүмер буйы йөрөтәсәк. Исеме ниндәй - есеме шундай, тигәнсә килеп сығыуы ла бик ихтимал бит әле ул. Исем, ысынлап та, кеше яҙмышына йоғонто яһай, тип раҫлай ҡайһы бер белгестәр. Бында дөрөҫлөк барҙыр, моғайын. Үкенескә күрә, ҙурайғас, ата-әсәһе ҡушҡан исемен яратмай, алыштырып йөрөүселәр ҙә осрай. Бына шулай килеп сыҡмаһын өсөн ата-әсә тәүҙән үк ныҡлап уйлап, кәңәшләшкәндән һуң ғына ниндәйҙер ҡарарға килергә тейеш. Иң мөһиме: исем яғымлы, матур яңғырашлы ғына түгел, мәғәнәле лә булһын. Юғиһә, халыҡ араһында ниндәйҙер берәй популярлашып киткән исемде тота ла ҡушалар, ә уның мәғәнәһен, йә булмаһа, бала ҙурайып, олоғайғас, был исемдең нисек яңғыраясағын уйлап та бирмәйҙәр. Был бала алдында ғына түгел, үҙеңдең гражданлыҡ бурысың алдында ла яуапһыҙлыҡ ул, минеңсә.

Юҡ-юҡта беҙҙә лә Сами, Амиран, Альвина тип ят исем ҡуштырған ата-әсәләр бар. Ћирәгерәктәре Айлин, Неля, Динияр тигән исем һайлаған. Ә былай беҙҙең район ерлегендә балаларына башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа өйрәнелгән, күңелгә ятыш исемдәр һайлай. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта йыш осраған Самира, Ильяс, Ислам, Бәхтейәр, Нурсолтан, Фатима, Варвара исемле балаларға тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тултырҙыҡ. Был исемдәрҙе ғорур йөрөтһөн улар, бәхетле булһындар. Ѓөмүмән әйткәндә, “Балаларығыҙға матур исемдәр бирегеҙ, әхирәттә исемдәребеҙ менән саҡырылырбыҙ”, – тигәндәр боронғолар. Ата-әсә, исем һайлағанда үҙегеҙгә оҡшаған өсөн түгел, балаға лайыҡлы исем булһын, тип ҡушырға кәрәк. Борон-борондан исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе билдәле. Иң мөһиме – балағыҙҙың ҡотло киләсәген, ырыҫлы яҙмышын хәл итеүегеҙҙе уйығыҙҙан сығармағыҙ. Һеҙ һайлаған исем уға тик бәхет кенә килтерһен.

Башҡорт исемдәренең барлыҡҡа килеүе

1. Йыл миҙгеленә ҡарап: Буранбай, Ямғырбай, Яҙгөл, Ләйсән.

2. Бала тәнендәге миңдәрҙе бөтөрөү маҡсатында ҡушылған исемдәр: Миңлеғәле, Миңлебикә, Миңлебай, Миңниса, Миңнур, Миңлегөл.

3. Ислам диненә бәйле исемдәр: Ислам, Нурислам, Динислам, Мөхәммәт, Йосоп, Яҡуп, Сәлих, Ибраһим, Исмәғил, Дауыт, Ильяс, Ғайса, Исхаҡ һә-м башҡалар.

4. Октябрь революцияһы тәьҫирендә яһалған исемдәр: Револ, Люциә, Вил, Октябрина, Сталина, Ким, Рифмир һәм башҡалар.

5. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда киң таралған исемдәр: Флорид, Моряк, Майор, Эльза, Лариса, Светлана.

6. Данлы шәхестәрҙең исемдәрен һайлау: Салауат, Юлай, Таһир һәм башҡалар.

7. Әҙәби әҫәрҙәр йоғонтоһонда: мәҫәлән, М. Кәримдең «Айгөл иле», «Айһылыуҙың айлы кистәре» драмалары.

Һорау-яуап

Балаларығыҙға ниндәй исем ҡуштығыҙ?

Дилә Асҡарова:

- Ҙур улыма йөклө саҡта Вадим тип ҡушырға уйлап йөрөнөм. Ләкин балабыҙ тыуғас, был исем оҡшамай башланы һәм ирем менән кәңәшләшеп, Данияр тигән исемдә туҡталдыҡ. Ә кесе улыбыҙ менән исем һайлау еңел булды. Бала тыуыр алдынан уҡ Радмир исемле буласаҡ тип уйланым. Ләкин иптәшем Радимир тип үҙгәртеп атаны. Аҙаҡтан исемдең мәғәнәһен ҡарағанда элекке славян исеменән «Донъяға шатлыҡ» тигәнде аңлатҡанын белдек.

Гүзәл Нарбутина:

- Ике улыбыҙ бар. Иптәшем менән исемдәрҙе бик оҙаҡ һайланыҡ. Тәү сиратта мәғәнәһенә ҡарап, Ѓәзим һәм Ильяс тип ҡуштыҡ.

Римма Бохарбаева:

- Беҙ балаларыбыҙға исемде һайлағанда, һәр ваҡыт ҡәйнәм, ҡайным менән кәңәшләшеп ҡуштыҡ. Исемдәр матур ҙа, яңғыралышлы лә, мәғәнәле лә булырға тейеш, тип уйлайбыҙ. Арыҫлан - өлкән улыбыҙ, арыҫландай ҡыйыу, көслө, аҡыллы булһын, тип уйланыҡ. Ә ҡыҙыбыҙ Фәриҙәгә, үҙебеҙгә, ағаһына, тыуғандарыбыҙға иптәш, яҡын кешебеҙ булһын, тигән теләк менән ҡуштыҡ. Мораҙыбыҙға исем һайлағанда ла бик ентекләп тикшереп, хатта әҙерәк бәхәсләшеп тә алдыҡ. Ҡәйнәм, Мораҙым була, тигәс, килештек. Моратына ирешеүсе, теләктәрен тормошҡа ашырыусы изге күңелле бала булып үҫһен, тинек.

Айгөл Байсурина:

- Үҙебеҙҙең мосолман халҡы, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәре бик матур, күңелгә ятышлы. Иң беренсе исеме есеменә тап килһен, үҙем Айгөл исемле булараҡ, ҡыҙ баланың исеме лә әсәйҙекенә оҡшаш булһын, электән килгән мосолман исеме тип, атаһы менән килешеп, мәғәнәһенә ҡарап Айһылыу тип бик матур исем һайланыҡ. Єлбиттә шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө исемдәр ҙә ҡаралды. Ҡыҙыма үҙ исеме оҡшай, ярата. Йыш ҡына, «Ҡалай исемең матур», тигән маҡтау һүҙҙәре ишетә. Мәғәнәһенә килгәндә, Айһылыу исеме төрөк тәмырҙарынан килә. Исем ике мәғәнәле өлөштән тора. «ай» – месяц, ә «һылыу» – матур, күркәм, «Ай кеүек һылыу», «ай матуры» тигәнде аңлата.

Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: