Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 11:53

"Йәшел Башҡортостан" -- районды йәшелләндереү

Бөтә республика буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте. Маҡсат – халыҡтың иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, уны яҡшыртыу, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәшелләндереү.

Бөтә республика буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте. Маҡсат – халыҡтың иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, уны яҡшыртыу, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәшелләндереү.


Районда акция республика көнө алдынан ойошторолдо. Аҡъярҙа Т.Морат, Т.Күсимов урамынан Р.Ѓарипов урамдары буйлап, шулай уҡ Салауат Юлаев проспекты, Сибай юлы киҫелешенә тиклем район ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре дәррәү эшләне.


Муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Љоролтайы депутаты Салауат Рәхмәтуллин менән Т.Күсимов урамында ағас ултыртты.

Был көндө райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә үҫентеләр ултыртылып, халыҡ өмәлә әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: