Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 18:55

Тураттар – «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды

Иләстәр бөтә республика буйынса иткән акциянан ситтә ҡалманы. Ауыл ағинәйҙәре, уҡыусылар, ата-әсәләр ауылды йәшелләндереү, матурайтыу маҡсатында дәррәү өмәгә сыҡты.

Иләстәр бөтә республика буйынса иткән акциянан ситтә ҡалманы. Ауыл ағинәйҙәре, уҡыусылар, ата-әсәләр ауылды йәшелләндереү, матурайтыу маҡсатында дәррәү өмәгә сыҡты.


--Үҙебеҙҙең баҡсаларҙан йәш үҫентеләр ҡаҙып алып, балалар спорт һәм уйын майҙансығы тирәләй малина, сейә, слива, ҡара ҡарағат, алма кеүек емеш ағастары ултырттыҡ. Матур булып үҫеп китһәләр, беренсенән матурлыҡ бирәсәк, икенсенән балалар ҙа уңыштарын тәмләп ҡараясаҡ. Уларҙы күмәкләшеп тәрбиәләп торасаҡбыҙ.

Эште бер көн менән генә туҡтатырға уйламайбыҙ. Көндәр матур торһа, ҡайын ағастары ултыртырға ла планлаштырҙыҡ. Күмәк көс менән Иләс ауылы йәшелләнеп ҡалыр, тип уйлайбыҙ,--тине ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Гөлназ Шәрипова.


Читайте нас: