Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 16:48

Йәрминкәлә осрашайыҡ!

12 октябрҙә районда Бөтә халыҡ гәзиткә яҙылыу көнө билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан ошо көндө район йәрминкәһе үтәсәк муниципаль район хакимиәте бинаһы янындағы майҙанда “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу майҙансығы ойошторабыҙ.

12 октябрҙә районда Бөтә халыҡ гәзиткә яҙылыу көнө билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан шул көндө район йәрминкәһе үтәсәк

Муниципаль район хакимиәте бинаһы янындағы майҙанда “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу майҙансығы ойошторабыҙ.


Гәзит уҡыусыларҙы концерт программаһы, 12 октябргә тиклем “районка”ға яҙылып өлгөргәндәрҙе һәм ошо көндә яҙылыусыларҙы “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренән бүләктәр көтә! Шулай уҡ гәзитебеҙҙең махсус викторинаһында ҡатнашып, дөрөҫ яуап биреүселәр ҙә бүләкле буласаҡ. Бынан тыш, ошо көндө гәзиткә яҙылған һәр унынсы кешегә, районканың иң элекке һанын алып килеүсегә, гәзит тураһында ҡыҙыҡлы көләмәс йә шиғыр һөйләүселәргә лә махсус приз ҡаралған.


Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнөндә әүҙем ҡатнашып, яратҡан “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылып, күңелегеҙҙе рухи яҡтан байытып, ял итеп ҡайтырға саҡырабыҙ.


Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫмаға яҙылырһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Быға тиклем “Хәйбулла хәбәрҙәре”гәзитен алдырмағандарға ла ышанысыбыҙ ҙур. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Читайте нас: