Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2019, 15:10

Хәйбуллаға сәләмәтлек автопоезы килде

«Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк» проекты буйынса биш күсмә медицина модуле районда эшләй. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү акцияһы апрелдә башланып, беҙҙең районда тамамлана. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла. Акция ярҙамында бер урында Өфө, Сибай ҡалалары һәм район белгестәре эшләй. Улар диспансерлаштырыу үтергә тейешлеләрҙе һәм сәләмәтлеген тикшерергә теләгән һәр кемде ҡабул итә.

Проекттың маҡсаты - ауылда йәшәүселәрҙә сирҙе алдан асыҡлау

«Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк» проекты буйынса биш күсмә медицина модуле районда эшләй. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү акцияһы апрелдә башланып, беҙҙең районда тамамлана. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла. Акция ярҙамында бер урында Өфө, Сибай ҡалалары һәм район белгестәре эшләй. Улар диспансерлаштырыу үтергә тейешлеләрҙе һәм сәләмәтлеген тикшерергә теләгән һәр кемде ҡабул итә.

-«Сәләмәтлек» автопоезы эше урындағы халыҡҡа диспансерлаштырыу үткәреү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Ћаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолдо. Бында районда булмаған белгестәргә күренеп, дауалау курстары алыу мөмкинлеге бар. Белорет маршруты буйынса эшләйбеҙ. Хәйбулла районы был автопоездың һуңғы эш этабы. Улар 25-27 сентябрҙә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы территорияһында халыҡты ҡабул итһә, 28-29 сентябрҙә һәм 2 октябрҙә Бүребай ауылы табип амбулаторияһында, 3-4 октябрҙә Маҡан ауыл Советында, 5-6 октябрҙә Өфө ауылында эшләйәсәк.

Сәләмәтлек үҙәгендә шәкәр, холестеринға анализдар тапшырып, ЭКГ, спирография, флюорография, маммография үткәс, терапевт ҡарап, күрһәтмәләр буйынса, ауырыуҙы кәрәкле белгескә йүнәлтә. Мәҫәлән, кардиологҡа күренергә кәрәк икән, пациент кардиомодулгә инә.

Сибай ҡалаһы туберкулезға ҡаршы район-ара диспансерының күсмә флюроаппаратын беҙ район буйынса ебәрҙек. Сөнки район үҙәгендә йәшәүселәр теләгән ваҡытта флюорография үтә ала. Є төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә бындай мөмкинлек юҡ. Флюорография һәм маммография пленкалары республика онкология диспансерына һәм Сибай ҡалаһы туберкулезға ҡаршы район-ара диспансерына ебәрелә, бер аҙнанан һөҙөмтәләрҙе алабыҙ. Єгәр ҙә кемдәлер онкология йәки туберкулез ауырыуы барлығына шик булһа, был ауырыуҙарҙы участка терапевы диагноздың раҫланыуына йәиһә кире ҡағылыуына тиклем ике аҙна күҙәтеү алып бара. Шуға күрә медицина тикшереүе үткән һәр кемдең үҙ һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһыныуын, әгәр участка терапевы саҡырһа, ваҡытында килеүҙәрен һәм өҫтәмә тикшеренеүҙәргә йүнәлтелгән осраҡта мотлаҡ рәүештә барып, һөҙөмтәләр алып килеүҙәрен теләйбеҙ. Халыҡ бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, күренеп ҡалыр тип ышанабыҙ, -- тине Аҡъяр үҙәк район дауахана поликлиникаһы мөдире Рәмилә Шәрипова.

Рәзилә Байғусҡарова.
Читайте нас: