Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2019, 11:45

Матур олоғайған ағинәй

Оло юбилейын ҡаршы алған тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәйсә Нурислам ҡыҙы матур ғүмер юлы үткән бәхетлеләрҙең береһе. Мөләйем йөҙлө, теремек, йөҙөнән нур бөркөлгән, асыҡ зиһенле, йәш сырайлы инәй беҙҙе йылмайып ҡаршы алып, ихлас ғүмер йомғағын һүтте.

Садовый ауылынан Рәйсә Яратҡолова 90 йәшен билдәләне

Оло юбилейын ҡаршы алған тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәйсә Нурислам ҡыҙы матур ғүмер юлы үткән бәхетлеләрҙең береһе. Мөләйем йөҙлө, теремек, йөҙөнән нур бөркөлгән, асыҡ зиһенле, йәш сырайлы инәй беҙҙе йылмайып ҡаршы алып, ихлас ғүмер йомғағын һүтте.

1929 йылдың 15 сентябрендә Бүздәк районы Љыҙылъяр ауылында донъяға килә Рәйсә Нурислам ҡыҙы.

Бала сағы һуғыш осорона тура килә уның. Күп тиҫтерҙәре һымаҡ быуындары ла нығынып бөтмәгән үҫмер 12 йәшенән колхоз эшенә егелә. Мәктәптә 4-се класты тамамлағас, башҡаса уҡырға яҙмай.

-Ћуғыштан алда ата-әсәйем Хәйбулла районына эшкә ебәрелгәс, мин ҡартатайымдарҙа йәшәп ҡалдым. Єсәйемдәр бында Ташлы ауылында торҙо, һуңынан 1951 йылда мин дә уларҙың янына йәшәргә килгәс, Степнойға эшкә ебәрҙеләр. Был яҡта сал ҡылғанлы дала күңелемә ятты һәм Бүздәккә бер ҙә ҡайтҡым килмәне, йәнә лә унда иге-сиге күренмәгән киң сөгөлдөр баҫыуҙарын утау үҙәккә үткәйне,-- тип хәтер йомғағын һүтте юбиляр.

1954 йылда Дәүләткилде Вәлиша улы менән ғаилә ҡороп, Ырымбур өлкәһе Љолбирҙе ауылында йәшәй башлайҙар. Йәш ғаиләнең тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы 4 ҡыҙы донъяға килә. 1966 йылда балаларҙы уҡытыу өсөн Садовый ауылына күсеп киләләр. Рәйсә инәй балалар баҡсаһына яслегә йыйыштырыусы булып эшкә төшә.

-Көйәнтә менән һыу ташып, ҡул менән кер йыуҙыҡ, үтекләнек, мейескә ут яҡтыҡ. Ул саҡта ясле төркөмөнә балаларҙы өс айҙан бирәләр ине. Ћуңынан яңы балалар баҡсаһы төҙөлгәс, унда ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Етәкселәр менән килешеп, намыҫлы эшләнем,-- ти әңгәмәсем балалар баҡсаһында эшләгән йылдарын хәтерләп.

Тормош иптәше Дәүләткилде олатай оҙаҡ йылдар водитель булып намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Яратҡоловтар иңгә-иң терәп, 49 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр.

Шундай олпат йәшкә етеп тә, битен артыҡ һырҙар ҡапламаған, үҙ йәшенән күпкә йәш күренгән мәҡәләм геройынан оҙон ғүмер кисереүҙең серен һорашмай булдыра алманым.

- Артыҡ ыҙалыҡ күрмәнем. Тормош иптәшемдән уңдым, изге күңелле кеше ине. Балаларым да тәрбиәле, тәртипле булды. Йөҙөбөҙгә бер ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Шуға күрә улар өсөн көйәләнеп ултырманым. Ауылдаштарым, туғандарым хөрмәт итте, эш урынында ла татыу булдыҡ, талашып йөрөмәнек. Хоҙай биргән һәләтем менән кеше баҡтым. Башы ауыртып килеүселәрҙең мейеһен ҡағып, илаҡ балаларҙы бүһерҙән, өс йәндән дауалап, йүнәлеүселәрҙән рәхмәт һүҙҙәре алдым. Ана шуларҙың барыһы ла ошо йәшкә тиклем йәшәргә булышлыҡ иткәндер,- тине Рәйсә инәй сере менән уртаҡлашып.

Бөгөн Рәйсә Яратҡолова балалары һәм 8 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улай ғына ла түгел, бүләсәренең улдарын күреү шатлығын кисергән ул. Ћәммәһе лә уны яратып, хөрмәт итеп, өлкән өләсәйҙәренең хәлен белеп тора.

-Атайым менән әсәйем татыу ғүмер кисерҙе. Беҙ бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәнек. Өйөбөҙ йылы, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булды. Шуның өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙ инде өлкәнәйеп, алтмышты үткәндә яныбыҙҙа әсәйебеҙ булыуы оло бәхет. Быны бер ниндәй ҙә байлыҡҡа алмаштырмаҫ инем. Роза апайымдың үҙенең бүләһе бар инде. Әсәйебеҙҙең беҙҙе ҡыуандырып, терәк-таяныс булып, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем,-- ти юбилярҙың ҡыҙы Люциә Килдебаева.

Зиһенле, яҡшы хәтерле Рәйсә инәй таҡмаҡтар, фәһемле мәҡәл-әйтемдәрен әйтеп ултыра. «Хәрәкәттә – бәрәкәт» тип, тик ултырмаҫ өсөн йорт эшендә лә ярҙамлаша.

-Үткән ғүмерем үкенесле булманы. Шуға күрә йәштәрҙең минең кеүек оҙон ғүмер кисереүҙәрен, тәүфиҡлы, бәхетле, изгелекле, эшһөйәр булыуҙарын теләйем. Иң мөһиме - илебеҙ тыныс булһын, бер йорт ишеген дә ҡайғы еле ҡаҡмаһын,-- тигән изге теләктәр менән оҙатты беҙҙе Рәйсә инәй.

Ауылдың йәме, йәшәгән йортоноң ҡото булған ағинәйҙең иҫәнлектә-һаулыҡта бер быуатлыҡ ғүмер байрамын да ҡаршыларға яҙыуын теләп ҡалабыҙ.

Рәзилә Байғусҡарова.
Читайте нас: