Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2019, 00:02

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" яңы проекттарға юл яра

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш. Был ғәмәлгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә

Район хакимиәтендә сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә" А.А.Домеловский крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында үҫемселек йүнәлешен үҫтереү проекты ҡаралды.


Александр Домеловский крәҫтиән-фермер хужалығын 2009 йылда аса һәм ул Воздвиженка ауылында урынлашҡан. Хужалыҡта, дөйөм алғанда, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, малсылыҡ йүнәлешен үҫтерәләр.


Проекттын маҡсаты-- иген урыу комбайны һатып алған өсөн лизинг түләүҙәре менән бәйле сығымдарҙы ҡаплауға инвестиция йәлеп итеү. Инвестицияға һалыуҙар иген культуралары күләмен арттырырға булышлыҡ итәсәк, ул үҙ сиратында, артабан урындағы бюджетҡа һалым түләмдәрен арттырыу мөмкинлеген бирә. Проект буйынса инвестиция күләме яҡынса 6 миллион һум тәшкил итә.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә" тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары өҫтөндә эшләргә, ауыл хужалығы культуралары сәсеү өсөн ер участкаһын үҙ милеккә йәки ҡуртымға биреү тәҡдим ителде.
Читайте нас: