Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2019, 16:03

Вәзәм ауылы һылыуҙары. Бар яҡлап та килгән апалы-һеңлеле ҡыҙҙарға афарин!

Йәш саҡ – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып эшләргә, яратҡан шөғөл менән шөғөлләнергә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙҙәренең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе Вәзәм ауылынан Дилара һәм Светлана Ашировалар тап шундайҙарҙан.


Йәш саҡ – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып эшләргә, яратҡан шөғөл менән шөғөлләнергә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙҙәренең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе Вәзәм ауылынан Дилара һәм Светлана Ашировалар тап шундайҙарҙан. Улар бәләкәйҙән шуҡ, шаян, зирәк ҡыҙҙар, матурлыҡҡа ынтылыусан ҡыҙҙар булып үҫтеләр. Элекке Бразилия кионларын хәтерләйһегеҙҙер, үҙҙәрен шул киноларҙағы ҡыҙҙарға тиңләп, Дилара мин Мария, Светлана иһә үҙен Виктория тип йөрөттө. Хәҙер күҙ алдында үҫкән һылыуҙар күптән үҙ урындарын тапҡандар. Һәр минутын ҡәҙерләп бүлгән ҡыҙҙар интернет селтәре аша онлайн-әңгәмәгә ваҡыт таптылар.

Йәшәү урынығыҙ:

Дилара: Санкт-Петербург ҡалаһында.

Светлана: Өфө ҡалаһында.

Тыуған урынығыҙ: Хәйбулла районы, Вәзәм ауылы.

Нисә йәш:

Дилара: 25 йәш

Светлана: 24 йәш

Яратҡан китаптарығыҙ:

Дилара: Мостай Кәримдең Оҙон оҙаҡ бала саҡ һәм Антуан де Сент-Экзюпериындың Бәләкәй шаһзат китаптарып яратып уҡыным.

Светлана: Фәрзәнә Аҡбулатованың Єатай икмәге хикәйәһе. Илай илай уҡып сыҡтым.

Яратҡан фильмдарығыҙ:

Дилара: Бөйөк Ватан һуңышы тураһында төшөрөлгән кинолар ныҡ оҡшай.

Светлана: Детективтар оҡшай.

Йәшәү девизығыҙ:

Дилара: Йөрөгән таш шымара. Ятып калғансы, атып кал.

Светлана: Йәшәй белгәндәр көндә бәхетле.

Ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ…

Дилара: Бәләкәйҙән тәбиғәткә ғашиҡмын. Тәбиғәткә һөйөүҙе ата-әсәйем уятты. Бала саҡтан беҙҙе урманға еләккә, бесәнгә бергә алып йөрөйҙәр. Күмәкләшеп төрлө һул эштәре эшләр өсөн урманға сығыр инек. Ата-әсәйемдәр тыуған еребеҙҙең матур урындарын күреп, белеп үҫһен тигән маҡсат менән, республика буйлап ер-һыуҙар күрҙәтергә тырышалар. Ирәмәл. Шүлгәнташ, Ѓәҙелшә шарлауығы, Торатау һәм башҡа урындарҙы күрҙек. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, әсәйем Гөлнара ҡул эшенә оҫта, буш ваҡытымда мин дә сигәм һәм тегәм.

Светлана: Љыҙыҡһыныуҙары Мин сәнғәткә ғашиҡ кеше. Форсат табып театрҙарға, концерттарға йөрөйөм. Дуҫтар менән тәбиғәткә сәйәхәткә сығабыҙ. Йырларға яратам, ҡайһы ваҡыт күршеләрҙән әрләнгәнсе йырлайым.

Урта мәктәптән һуң ҡайҙа белем алдығыҙ?

Дилара: Єбеш урта мәктәбенән һуң, Рәми Ѓарипов исемендәге 1-се һанлы гимназияны тамамлағандан һуң, Сибай институтына экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу факультетына уҡырға индем. Эколог һөнәренә эйә булғандан һуң, Башҡорт дәүләт аграр университетында магистратураны тамамланым.

Светлана: Єбеш мәктәбендә 9 класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, Өфө Дәүләт университетының психология факультетында белем ала.

Бөгөнгө көндә нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

Светлана: Хәҙерге мәлдә Өфө суд приставкаһында эшләп йөрөйөм.

Дилара: Әлеге ваҡытта үҙ һөнәрем буйынса эшләп йөрөйөм.

Әгәр һеҙ көтмәгәндә ҙур байлыҡҡа юлыҡһағыҙ, нисек тотонор инегеҙ?

Светлана: Әгәр ҙә ҙур байлыҡҡа юлыҡһам, иң беренсе ата-әсәсйемде ял итергә ебәрер инем. Үҙемдең киләсәгем тураһында хәстәрләр инем.

Дилара:Тәбиғәткә ярҙам итер инем, йылға буйҙарына ағас ултыртыу менән шөғөлләнер инем.

Ниндәй ҡалала йәшәргә теләр инегеҙ?

Дилара:Санкт-Петербург ҡалаһында.

Светлана: Миңә Өфө ҡалаһы оҡшай, шуға ла ошонда төпләнергә уйлайым.

Идеаль егет ниндәй булырға тейеш?

Дилара: Идеаль егет максатлы,егарле,изге кунелле булырга тейеш

Светлана: Идеаль ир-егет иң беренсе иманлы булырға тейеш. бер ҡараштан аңларға тейеш.

20 йылдан үҙегеҙҙе ниндәй итеп күрәһегеҙ?

Дилара: 20 йылдан һуң үҙемде бәхетле итеп күрәм.

Светлана: 20 йылдан үҙемде бәхетле ҡатын, яратҡан әсәй тип күрәм.

Дилара менән Светлана – оптимистар, гел яҡшы һөҙөмтәләр булырына ышаналар. Был уларҙың ныҡлы, татыу ғаиләһенән дә киләлер. "Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шуны эшләр", - тиҙәр бит. Уңған ҡыҙҙарға тик уңыштар юлдаш булһын.

Луиза Юлмөхәмәтова.


Читайте нас: