Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2019, 15:40

«Фасоль»ға рәхим итегеҙ! Йәнә бер аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары магазины асылды

Танышым: «Фасоль» магазинын барып күрмәнеңме? Инде хаҡтары арзан, бына көнбағыш майы, шәкәр һәм башҡа ваҡ-төйәк алып ҡайтып барам. Балаларға мәктәпкә кәрәк-яраҡтар ҙа тулып ята, иң мөһиме, түбән хаҡҡа», - тип ҡыҙыҡһындырып китте.


Танышым: «Фасоль» магазинын барып күрмәнеңме? Инде хаҡтары арзан, бына көнбағыш майы, шәкәр һәм башҡа ваҡ-төйәк алып ҡайтып барам. Балаларға мәктәпкә кәрәк-яраҡтар ҙа тулып ята, иң мөһиме, түбән хаҡҡа», - тип ҡыҙыҡһындырып китте. Күп уйлап тормай, ваҡыт табып магазинға юл алдым. Ысынлап та, танышым әйтеүенсә, хаҡтар бында күпкә арзан. Рәхәтләнеп йөрөп аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары алырға була. Үлсәүле кәнфит-шоколадтарҙың ниндәй генәһе төрө юҡ, сәйҙәрҙең дә төрлөлөгө, күплелеге күҙгә ташлана. Балаларға мәктәп-яраҡтар кәштәләре бушап тора, өлгөр фасовкалаусы уларҙы тулыландырырға ла өлгөрә.

Магазин иркен, яҡты, матур итеп йыһазландырылған, бай ассортиментлы, күптән түгел генә асылыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың өҙөлмәүе лә күренеп тора. Єле береһе, икенсеһе инеп, магазин менән таныша, аҙыҡ-түлек ала.

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Айнур Кәримов элекке буш торған бинаны ҡуртымға алып, тулыһынса ремонтлап, тәртипкә килтергән. «Беҙҙең магазинда хаҡтар башҡа сауҙа нөктәләренә ҡарағанда арзаныраҡ. Һәм шулай булып ҡаласаҡ, арттырырға уйламайбыҙ», - ти Айнур Басир улы. Эйе, үрҙә әйтеүемсә, һөт, шәкәр, көнбағыш майы кеүек социаль аҙыҡ-түлектең арзанлығы ябай халыҡтың кеҫәһенә тамам ғына.

Ошо тирәлә йәшәүселәр генә түгел, райондың төрлө ауылдарынан район үҙәгенә йомош менән килеүселәр "Фасоль” магазинында үҙҙәренә кәрәкле тауарҙы алып сыға. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булғас, ҙур сират та хасил булмай. Унан килеп, һатыусылар кемгә ниндәй тауар кәрәклеген дә алдан белеп торғандай, ярты һүҙҙән һиңә кәрәкле әйберҙе килтереп тә тоттора. Шуға ла уларҙың эшенән һәр кем ҡәнәғәт. «Ҡыҙыбыҙ Аҡъярҙа тора, ул беҙгә был магазин хаҡында әйткәйне, шунан алып, район үҙәгенә килгән һайын «Фасоль» магазинына инмәйенсә ҡайтмайбыҙ. Бына бөгөн дә аҙыҡ-түлек тауарҙары алып сыҡтыҡ. Ћатыусыларҙың да һатып алыусыларға һәр саҡ мөләйем йөҙлө, итәғәтле булыуҙары күңелгә ятты. Ул яҡшы, был һәйбәт тип күрһәтеп, тәҡдим итеп торалар. Ѓөмүмән, уларҙың хеҙмәтләндереүҙәре оҡшай», - тинеләр Татыр-Үҙәк ауылынан Ѓәфүрйән һәм Фәйҙәнә Билаловтар.

Бына шулай, йүнселдәр йүнен таба. Халыҡ ихтыяжын, мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, өҫтәүенә, бер нисә кешегә эш урыны булдырыу хәстәрен күргән булдыҡлы эшҡыуар Айнур Кәримовҡа башланғыс эшендә уңыштар һәм «Фасоль»дән кеше өҙөлмәүен теләргә генә ҡала.

Флүрә Ѓәббәсова, тауар белгесе:

- Магазин 4 июлдә асылғандан алып, халыҡ өҙөлмәй. Ауылдарҙан килеп, күпләп сәй, шәкәр, көнбағыш майы, төрлө макарондар алалар. Һатып алыусыларҙы ике һатыусы хеҙмәтләндерә, бынан тыш фасовкалаусы, өлкән тауар белгес, өс йөк тейәүсе эшләй. Магазин дүшәмбенән шәмбегә тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә, ә йәкшәмбе көнө 9-ҙан 6-ға тиклем эшләй. Магазиндың адресы: Аҡъяр ауылы, Салауат Юлаев проспекты, 2. Беҙгә рәхим итегеҙ!

Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: