Ћауа десанттары Хәйбуллала
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө алдынан республиканың “Салют, Еңеү!” автоуҙышында ҡатнашыусылар беҙҙең районда булды. Хәрби хәрәкәт һәм локаль конфликт ветерандары йыл да осрашып, һәләк булған яуҙаштарын иҫкә ала.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 89 йыллығы һәм Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығы айҡанлы автоуҙыш ойошторҙо. Уның маршруты республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап үтте.
Беҙҙең район йәмәғәтселәре акцияла ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы Бүребай ауылында ҡаршы алды. “Љайғырыусы әсә” һәйкәленә венок һәм сәскә һалынғас, һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алдылар.
Артабан “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Салауат Байғабулов ҡунаҡтарҙы сәләмләп, муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Көньяҡ-көнсығыш йүнәлеше автоуҙышы төркөмө етәксеһе Эдуард Синекида шулай уҡ йылы ҡаршы алғандары өсөн рәхмәт һүҙе әйтеп, республиканың һауа десанты ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отрядтар ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Әҙеһәмов ветерандар ойошмаһы эшендә ярҙам күрһәткәне һәм хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашҡан өсөн район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ автоуҙышыусыларҙы Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы, һауа десанты ғәсҡәрҙәре ветераны Эльдар Буранбаев һәм Бүребай ауыл биләмәһе башлығы Эльвира Андреева сәләмләп, үҙҙәренең йылы теләктәрен еткерҙе.
Артабан автосәйәхәтселәрҙең осрашыуы Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты йәмғиәте музейы менән танышты.
–Ике йыл рәттән Хәйбулла районында автоуҙышта ҡатнашам. Район халҡы бик ҡунаҡсыл. Минең менән бергә хеҙмәт итеүселәр, десантсылар килде. Беҙ һуғыш юлы үткән өлкән быуынға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Локаль бәрелештә һәләк булыусыларҙы һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ.
–Бындай автоуҙыш районда йыл да үтеп тора. Быйылғы республикала өс йүнәлеш буйынса старт алды–көнбайыш, төньяҡ һәм көнъяҡ-көнсығыш, күп ҡала һәм райондарҙы, йәғни 1200 километр тирәһе оҙонлоғондағы маршруты үҙ эсенә алды. Ошондай автоуҙыштар йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең төп формаларының береһе булып тора.