Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2019, 12:49

“Ѓаилә” үҙәгенең бер көнө: мохтаждарға ярҙам

“Ѓаилә” үҙәгенең бер көнө: мохтаждарға ярҙам

“Ѓаилә” үҙәгенең бер көнө: мохтаждарға ярҙам


Йәй үҙен күрһәтеп, термометр уҡтары 30 градустан ашыу эҫелә иртә менән беҙ – “Ѓаилә” район-ара үҙәгенең ғаилә эштәре буйынса белгестәре Сәриә Билалова һәм Ләйсән Рәхмәтова, психолог Эльза Шәнгәрәевалар менән бергәләп рейдҡа сыҡтыҡ. Маҡсатыбыҙ –ауыр хәлгә тарыған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең тормош-көнкүреше менән танышыу, ярҙам ҡулы һуҙыу.
Иң беренсе Баҡал ауылында биш балалы ғаиләгә туҡтаныҡ. Ѓаилә башлығы бесәндә ине, балалар каникулда, өйҙә ял итәләр. Баҡса сәселгән, мал тоталар, ағын Ырымбур өлкәһенә тапшырып көн күрәләр.
Артабан Таштуғайға юл тоттоҡ. Унда Ѓаилә үҙәге хеҙмәткәрҙәре бер ғаиләнең ҡыҙҙарына, ауырыу сәбәпле, Красноусольск шифаханаһына юллама алырға ярҙам иткән. Был, әлбиттә, ыңғай баһа, сөнки нисә йыл йөрөп тә ошоға тиклем улар юллай алмағандар. Был ҡыҙ август аҙағына юлға сығасаҡ. Шулай уҡ ошо ауылда мохтаж булған 5 балалы ғаиләгә лә артабан даими ярҙам күрһәтеләсәк. Алып барған кейемдәр тапшырылды.
Өсөнсө йүнәлешебеҙ Вәлит һәм Комсомол ауылдарына ине. Унда күп балалы йәш әсәләрҙе инеп хәлен белеп, мохаждарға кейемдәр ҡалдырылды. Шулай уҡ балалар пособиеһы юлларға ярҙам ҡулы һуҙылды. Артабан Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе ишле ғаиләләр йортона барып та, үҙҙәрен күреп булманы. Берәүе эштә, икенсеһенең өй ишеге асыҡ, әммә үҙе булманы. Єйткәндәй, уларҙы икенсе тапҡыр инде Ѓаилә үҙәге хеҙмәткәрҙәре осрата алмай. Сиҙәм ауылында ике ғаиләғә инеп сыҡтыҡ, улар туғандар булып сыҡты. Уларға ниндәй ярҙам күрһәтелеүен аңлатылғас, кискә ҡарай ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
–Беҙ район буйлап рейдҡа йыш сығабыҙ. Районда әҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡтан яҡланмаған кешеләргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар һәм ярҙам бүленеп, өҫтәмә социаль түләүҙәр, компенсациялар һәм төрлө пособиелар түләнә.Бөгөнгә 60-ҡа яҡын ғаилә иҫәптә тора. Ләкин был һандар үҙгәреп тора. Беҙҙең бурыс – уларға килеп тыуған ауыр хәлдән сығырға булышлыҡ итеү. Йәғни, беҙ хәл иткән мәсьәләләр даирәһе ярайһы уҡ киң.
Бөгөн дә күп балалы 3 ғаилә контролгә алынды. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар тураһында ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, күршеләре йәки туғандары борсолоп, хәбәр итә. Дәүләт һәм муниципаль органдар, йәмәғәт берекмәләре менән берлектә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж ғаиләләрҙе һәм айырым граждандарҙы асыҡлайбыҙ. Шулай уҡ, беҙҙең үҙәктә «Әйберҙәр банкы» уңышлы эшләй. Айырым кешеләр, төрлө ойошмалар ярҙамында кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, һауыт-һаба һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре йыйылып, ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж булған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән ғаиләләргә йыл дауамында әйберләтә ярҙам күрһәтелә. Тағы ла төрлө хәйриә акциялары (янғындан зыян күреүселәргә, ауыр хәлдә йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына мәктәпкә йыйынырға, уҡыу-кәрәк яраҡтары алып биреү, ауырыуға дусар булғандарға дауаланыуға аҡсалата ярҙам йыйыу һ.б.) ойошторола.
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» республика хәйриә акцияһының маҡсаты – тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтеү. Барлыҡ район халҡын, шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар һәм йәмәғәт ойошмаларын акцияла әүҙем ҡатнашырға һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ярҙам итергә саҡырабыҙ! Канцелярия тауарҙары, яҙыу әйберҙәре, дәфтәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш, портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы һаҡланған килеш ҡабул ителә. Был әйберҙәр август аҙағында һаулығында етешһеҙлектәре булған, ишле йәки тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла.
Күптәр ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы асыу мөмкинлеген белмәй. Күп функциялы үҙәк аша, шулай уҡ эшһеҙҙәрҙе мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫырға ярҙам итәбеҙ,–тине Сәриә Рафиҡ ҡыҙы.
Рейд барышында ҡайһы бер кешеләр ишеген бикләп, боҫоп ултырып ҡалыу осрағы булды. Йәки өйрәтеп ҡуйған шикелле, машинаны күреү менән күҙ асып йомған арала балаларҙың юҡ булыуы күңелде өйкәй. Улар ярҙам ҡулын кире ҡаҡҡан тигән һүҙ. Бындай рейдтар кемделер етем йәки хөкөм итеү өсөн үткәрелмәүен аңларға ла ваҡыт. Бындай сараларҙы ойоштороусыларҙың үҙ ғаиләһе, яҡындары бар, улар оло кинәнес менән ваҡытын ғәзиздәре янында үткәрер ине. Тик кешеләрҙе, айырыуса кескәйҙәрҙе хәүеф-хәтәрҙән, енәйәтселектән, кемделер аҡылына килтереү өсөн бындай профилактик саралар мотлаҡ кәрәк. Сөнки балаһын ҡарамаған өсөн “ҡара исемлеккә” индерелгән ғаиләләр араһында эскелектән баш тартып, тәүбәгә килеп, хәҙер бынамын итеп йәшәүселәр ҙә бар. Был ғаиләләге балаларҙың йөҙөнә нур йүгереүен, шатлыҡлы йылмайыуҙарын күреү үҙе оло бәхет. Тимәк, бәғзе берәүҙәрҙең ризаһыҙлығы, хатта янъял ҡуптарыуҙарына ҡарамаҫтан, киләсәктә лә рейдтар дауам итәсәк.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: