Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2019, 16:44

Ѓәлиәхмәттәр өсөн шатлыҡлы ваҡиға

«Ћаулыҡ һаҡлау» милли проект сиктәрендә районда беренсе булып төҙөлгән модулле ФАП-ты асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин, Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков һәм башҡалар ҡатнашты.

«Ћаулыҡ һаҡлау» милли проект сиктәрендә районда беренсе булып төҙөлгән модулле ФАП-ты асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин, Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков һәм башҡалар ҡатнашты.
Раил Ибраһимов үҙ сығышында Ѓәлиәхмәт халҡына, айырыуса ололарға һәм балаларға сифатлы медицина ярҙамы алырға мөмкинлек барлыҡҡа килеүен билдәләне.
Медицина хеҙмәте ветерандары, элекке фельдшерҙар Рәхилә Тулыбаева, «БР Ћаулыҡ һаҡлау отличнигы» Вәзимә Илбәкова, шәфҡәт туташы Рәшиҙә Абдуллиналар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып, изге теләктәрен юлланы.
Фельдшер-акушер пунктын асҡандан һуң, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар хужалыҡ блогы, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, дарыуҙар һаҡлау урыны булған, хәрәкәттәре сикләнгәндәр өсөн пандустар ҡуйылған бинаны ҡарап сыҡты, уның ысынлап та бөгөнгө заман талаптарына ярашлы төҙөлөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фекерҙәр:
Буранбай Илбәков, Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы:
- Ѓәлиәхмәттә төҙөлгән ошондай модулле фельдшер-акушер пункты районда беренсе. Ул заманса йыһазландырылған һәм бөтә уңайлыҡтар бар. Беҙҙең ауыл халҡы өсөн яңы ФАП асылыу ҡыуаныслы ваҡиға. Был медицина учреждениеһы халыҡ мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип ышанам. Єле Аҡъюл ауыл биләмәһен 4 фельдшер хеҙмәтләндерә.
Илшат Рыҫҡужин, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
- Ѓәлиәхмәт ауылы халҡы өсөн заманса модулле фельдшер-акушер пункты асылыу әһәмиәтле ваҡиға. Ул районда тәүгеһе, әммә һуңғыһы түгел. Киләсәктә бындай модулле ФАП-тар районда тағы ла төҙөләсәк. Был ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Єле ФАП өлөшләтә, әммә тиҙҙән ул тулыһынса йыһазландырыласаҡ.
Миләүшә Йылҡыбаева, фельдшер:
- 20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында торһам, бында 2011 йылдан эшләйем. 400-ләп халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтәм. Ѓәлиәхмәттә заманса модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлөүе минең өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Яңы ФАП-ҡа һыуы килеп тора, яҡты, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, йәғни эшләү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Иҫкеһендә бындай шарттар булманы, йәнә лә ул ауылдан ситтәрәк урынлашҡан ине. Бында халыҡҡа йөрөүе уңайлыраҡ. Ашығыс ярҙам күрһәтеү машинаһы ла бар. Хәҙер минең ҡарамаҡтағы кешеләрҙе хеҙмәтләндереү күпкә еңел буласаҡ.
Гөлниса Бикбова, башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Ауылыбыҙҙа заманса фельдшер-акушер пункты асылыуына ҡыуанабыҙ. Сөнки элеккеһе авария хәлендә ине. Ћуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә төрлө ауырыуҙар күбәйеп китте. Шуға күрә бында ауырыған саҡта ғына түгел, ә профилактика өсөн прививкалар ҙа эшләтергә, сәләмәтлектәрен тикшертергә килһендәр ине. Тағы ла яңы фельдшер-акушер пунктының ауыл үҙәгендә урынлашыуы ла халыҡҡа йөрөү өсөн уңайлы буласаҡ.
Замир Абдуллин, табип-онколог, Өфө ҡалаһы:
- Бөгөнгө ваҡиға, әлбиттә, Ѓәлиәхмәт ауылы халҡы өсөн бик әһәмиәтле. Сөнки ҡайһы бер ерҙәрҙә фельдшер булмау һәм башҡа сәбәптәр менән бәйле, ФАП-тар киреһенсә ябыла. Белеүегеҙсә, әле күптәр район үҙәктәрендә йәки ҡалаларҙа дауаланырға мәжбүр. Є был яңы пункт тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, диагноз ҡуйыу өсөн бик яҡшы буласаҡ. Шулай уҡ район үҙәгенән килгән табиптарға ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы урын. Үҙем табип булараҡ, Ѓәлиәхмәт халҡының сәләмәтлеген нығытыуға иғтибар бүленеүенә ҡыуанам.
Хисам Абдуллин, урындағы ветерандар советы рәйесе:
- Район етәкселеге ярҙамында районда тәүгеләрҙән булып мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто ремонтланды, балалар өсөн уйын-спорт майҙансығы төҙөлдө һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылды. Шуның өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бөгөн асылған яңы фельдшер-акушер пунктының да халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарылған изге эштәрҙең дауамы ул. Ул оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итер тип ышанам.
Миңлегөл Аҡъюлова:
- Ауылыбыҙҙа яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылыуы ҙур ҡыуаныс. Бының өсөн район һәм ауыл хакимиәте етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Ауылдың киләсәге булһын, бөтмәһен өсөн барыһын да эшләйҙәр. Улым бәләкәй саҡта йыш мөрәжәғәт иттем. Фельдшер Миләүшә апай һәр саҡ кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтте, шуның өсөн уға рәхмәт белдерәм.
Рәзилә Байғусҡарова.
Читайте нас: