Аҡъяр ауылынан Хәйепйән Бохарбаев 90 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫты.
Ветерандарҙы ғүмерҙәрендәге әһәмиәтле даталары менән тәбрикләү районда яҡшы традицияға әүерелде. Туҡһан йәш – бик мөһим ваҡиға, сөнки шундай оло йәште һәр кемгә лә ҡаршы алырға яҙмаған.
«Љыҙым, бабай картуф сәсеп инде, әңгәмәгә кил», - тип шылтыратты Хәйепйән олатайҙың ҡатыны Мәрйәм инәй. Тыйнаҡ, матур итеп йыйыштырылған өйгә барып ингәс, олатайға бер ҙә туҡһан бирмәнем. Көр тауышлы, күтәренке кәйефтә көткән әңгәмәсем үткән тормошоноң һәр йылын йыллап, айлап, көнләп хәтерләй.
- Мин 1929 йылдың 28 апрелдә Аҡъяр ауылында тыуғанмын. Ошонда бишенсе класты тамамлағас, Ырымбур өлкәһе Ирекле һыуһаҡлағысында ат ихатаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып барҙым. Иң күбе өс йылға яҡын Урал йылғаһынан икмәкхана, ашханаға, ҙур хужаларға, инженерҙарға һыу ташыным. Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланманы. Бала саға, ҡарт-ҡоро еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһы ла тырышты, эштән ҡурҡманы. Һуғыштан һуң, 1945 йылдың ноябрендә тыуған ауылыма ҡайтып, һигеҙенсә класта уҡыуымды дауам иттем. Туғыҙынсы класты тамамлағас, почтаға оҙатып барыусы булып эшкә төшөп, ике йылға яҡын эшләнем. Артабан 1949 йыл сентябрь айында әрме хеҙмәтенә алындым. Беларусияла танк ғәскәрендә хеҙмәт итеп, командир булып йөрөнөм. Өс йылда өс ай хеҙмәт иткәс, 1952 йыл ноябрь аҙағында ауылыма ҡайтырға насип булды. Єрменән ҡайтҡас та, МТС-ҡа участка механигы итеп эшкә алдылар. Унда ике йыл хеҙмәт иттем. Сиҙәм күтәреү йылдарында мине МТС директоры бригадир итеп тәғәйенләне. Сиҙәм күтәреү йылдары үткәс, 1958 йылда яҙғы сәсеү тамамланғас, Фрунзе исемендәге колхозда бригадир булып бик күп йылдар эшләнем. Аҙаҡҡы ун өс йыл ферма мөдире булдым һәм 1989 йылдың июнь айында хаҡлы ялға сыҡтым. Ун йыл ял итеп, өй мәшәҡәттәре менән булышып, 2001 йылдың башында реввизор булып колхоз тарҡалғансы эшләнем, - тип тормош юлының хәтер ебен һүтте 90 йәшлек тыл ветераны.
Тырыш егет әрменән һуң Аҡъяр ауылының Єхмәтшин урамында өй һала, һәм Єбделнасир ауылы һылыуы Мәрйәмгә өйләнә. «1963 йылдың ноябрь айында әбей менән өйләнешкәйнек, ошо көнгә тиклем иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ. Ул беҙ танышҡанда типографияла йыйыусы булып эшләй ине, унан һуң «Бәпембә» балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар келәт мөдире, кастелянша булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бер ҡыҙ, бер малай үҫтерҙек. Балаларҙа ла эшкә һөйөү тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙыҡ. Икеһе лә эшле, балалар тәрбиләйҙәр», - тип дауам итте Хәйепйән олатай.
Ғүмер буйы колхоз эшендә тир түккән Хәйепйән Бохарбаев баҡса үҫтерергә лә әүәҫ. Ишек алдында шаулап үҫеп ултырған алма, сейә, крыжовник, ҡарағат һәм башҡа емеш ағастарын үҙ ҡулдары менән ултыртҡан.
- Телевизорҙан күҙем талып киткәнсе яңылыҡтар ҡарарға яратам. Гәзитте 1953 йылдан район гәзитен бер йыл өҙмәй алдырам. Бынан тыш, республика гәзиттәрен ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙҙырҙым.
Тормоштан ризамын, пенсияны ваҡытында алып киләләр, дәүләт яғынан иғтибар ҙур. Байрамдарҙа ла онотмай ҡотлап торалар. Әйткәндәй, юбилейым уңайынан ҙур хөрмәт күрһәтеп, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район Советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм башҡа район етәкселәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһы, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Ҙур рәхмәт уларға. Хоҙай биргән ғүмеремдән ҡәнәғәтмен. Һуғыш йылдарында, бала саҡта уҡыу теймәне, тамаҡ наҡыҫ булды. Балалар, ейәндәр һуғыш күрмәһен. Киләсәк тормош яҡты булһын, - тип һүҙен тамамланы Хәйепйән Мәхмүт улы.
Бөгөн тыл ветеранының күкрәген «Хеҙмәт ветераны», «Сиҙәмде күтәргән өсөн» һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй. Бөгөн Хәйепйән һәм Мәрйәм Бохарбаевтар ҡыҙҙары Ћылыу, улдары Салауат һәм ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
- Бабай менән 56 йыл ғүмер итәбеҙ. Ирем һәр ваҡыт эш өҫтөндә булды, ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтте. Матур тормош ҡороп, мал аҫрап, баҡса үҫтереп етеш тормош кисерҙек, бер ҙә генә зарланмайбыҙ, - тип оҙатты мине Мәрйәм инәй.
Эйе, беҙҙең бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн ныҡышмалы, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән оло быуын вәкилдәрен ҡәҙер-хөрмәт итеү — улар өсөн оло шатлыҡ. Күпте күргән һәм кисергән ололарға һәр ауылда шундай иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы.
Хәйепйән Мәхмүт улына һәм уның ҡатыны Мәрйәм инәйгә балаларының, ейән-бүләләренең изгелеген һәм ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.