Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2019, 16:34

Аҡъярҙа «Күстәнәс»кә рәхим ит!

Хәҙерге заман – тырышып эшләгәндәр өсөн, тап уларҙың яҡшы йәшәй икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Районда кемдер ҡымыҙсылыҡ, икенселәре малсылыҡ, өсөнсөләре баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йәғни һәр тармаҡта уңғандар күп. Икмәк продукциялары бешереүселәрҙең дә бермә-бер арта барыуы асыҡ күренә.

Бәлештәрҙең тәмлелеге!

«Икмәк бөтәһенә лә баш», ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың күрке, йәме. Бөгөн магазин кәштәләрендә уның ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә, төрлө орлоҡтар, тәмләткестәр ҡушылғаны ла етерлек. Нисек кенә булмаһын, һатып алыусы экологик яҡтан таҙа, сифатлы, бигерәк тә үҙ ерендә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүсән. Тағы ла икмәк — бөтә ризыҡтарҙың батшаһы, тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, табын түрендә икмәк булһа, күңел дә көр. Көр күңелдә йыр тыуа. Ә инде халҡыбыҙҙа йыр-моңһоҙ байрам табындарын күҙ алдына ла килтереп булмай. Тимәк, икмәк — илһамлы йәшәү сығанағы. Ә инде уны бешереүселәр иң изге һөнәр эйәләре һанала. Мәҡәләм район үҙәгендә яңыраҡ асылған«Күстәнәс» кондитер икмәкханаһы һәм уның етәксеһе, алтын ҡуллы оҫтабикә Алһыу Байғусҡарова тураһында.

Исеме үк үҙенә ылыҡтырып торған «Күстәнәс»кә юл алһаң, моңло башҡорт йырҙары күңелде күтәрә. Барып ингәс тә, танауҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫтәр бәрелә, мөләйем һатыусы ҡаршы ала. Ысынлап та, бында ҡамыр аштарының ниндәй генә төрө юҡ. Яңы ғына бешеп сыҡҡан хуш еҫле йылы икмәк, татлы күмәстәр, төрлө эсле бәлештәр! Љарай китһәң, күҙ уйнай. Тәмлекәстәр тышҡы матурлығы менән генә арбаманы, телде йоторлоҡ тәмлелеге менән дә айырылып тора. Бындағы ҡамыр аштарының тәмлелеген яҙып ҡына аңлатып еткереп булмай. Мотлаҡ барып тәмләп ҡарарға кәрәк. Кемдәр барған, ашап күргән - улар минең менән килешәлер моғайын.

Милли рух сағыла

Ярай, был бер булһын. Икенсенән, кем «Күстәнәс»кә ингән, шунда уҡ интерьерға иғтибар иткәндер. Иғтибар итмәү мөмкин дә түгел. Яҡты, таҙа, иң мөһиме, ата-бабаларыбыҙҙың милли биҙәктәре, орнаментлы һауыт-һабалары, матур башҡорт картиналары урын алған. Был матурлыҡты башҡорт рухы бөркөлөп торған икмәкхананың еткәсеһе эшҡыуар Алһыу Байғусҡарова булдырған.

Сәләмәт туҡланыу

Хәҙер халыҡ сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Икмәкхананың эшмәкәрлеге ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Ул үҙ продукцияһын юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа итеп етештерә. Эшлекле ханым Алһыу Зиннур ҡыҙы эш өсөн янып йөрөүен, тырышлығын билдәләргә кәрәк.

«Күстәнәс»кә көндә кил

- Аҡъярҙы яратам. Тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы идея уйлап сығарып, уны тормошҡа ашырыу маҡсат менән йәшәйем. Районда бәлештәр, пирожныйҙар, бөйөрөктәр етештереү цехтары һанаулы ғына булғанлыҡтан, ошондай кондитер икмәкханаһын асыу идеяһы тыуҙы. Ул юбилейҙарға барғанда ҡамыр ризыҡтарын күстәнәскә алып барыу өсөн уңайлы, - тип һүҙ башланы Алһыу Зиннур ҡыҙы. «Исеме һуң ҡалай матур, ҡолаҡҡа ятышлы, мәғәнәле. Кем уйланы?», - тип ҡыҙыҡһынам эшҡыуар апайҙан. – Электән шулай мәғәнәле исемдәр атарға яратам. «Күстәнәс»те әсәйем тәҡдим итте һәм был исемде биреп яңылышманым тип уйлайым. Сөнки һатып алыусылар: «Эх, ҡалай матур атама биргәнһегеҙ», - тип ҡыҙыҡһынып инә, - тип дауам итте һүҙен эшҡыуар.

35 төр ҡамыр аштары әҙерләнә

Икмәк бешереү – ул эш кенә түгел, ә талант, ти етәксе. Был осраҡта ул һөнәр оҫталары - ярҙамсылары Єлиә Ѓатауллина, Єлфиә Йомалина, Сәүиә Љарасованы күҙ уңында тота. «Улар менән «Ашхана»ны асҡанда уҡ бергәләп эшләнек, бер команда булып тағы йыйылдыҡ. Әлегә һатыусы алмайыраҡ торам. Халыҡҡа нимә кәрәк, ниндәй ҡамыр аштарына һорау күп, нимәне күпләп алалар, шуны белеү маҡсатында яҙға тиклем үҙем һатасаҡмын. Киләсәктә ассортиментты күбәйтәсәкбеҙ һәм эшсе ҡулдар ҙа, әлбиттә, кәрәк буласаҡ. Эш көнөбөҙ иртәнге биштә башлана һәм киске етегә тиклем дауам итә. Көнөнә 100-ләп кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Төшкә хәтлем һатылып бөткән продукцияны тағы ла өҫтәп бешерәбеҙ.

Әлегә 35 төрлө ҡамыр аштары әҙәрләнә. Єлбиттә, был иҫәптә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Єҙерләй торған рецептар бихисап. Яҡын киләсәктә торттар, печеньелар, пирожныйҙар бешереп, һатыуға ҡуясаҡбыҙ. Халыҡҡа нимә кәрәклеген иҫәпкә алып эш итәбеҙ. Улар ҡунаҡтарға, юбилейҙарға төрлө эсле бәлештәргә заказ бирә. Беҙҙең икмәкхананың үҙенсәлеге шунда: ҡамыр аштарын әҙләп бешереп, көн һайын тик яңы мейестән сыҡҡан эҫе генәһен тәҡдим итәбеҙ. Бойҙай, гречканан бешерәбеҙ.

Милли аш-һыу мөйөшө бар

Шулай уҡ икмәкхананың тышҡы һәм эске йөҙөн тағы ла матурлаясаҡмын. Йәш быуынға ауырлыҡ менән үҫтерелгән икмәктең өҫтәлгә нисек килеп етеүен аңлатыу маҡсатында башҡорт аш-һыу мөйөшө булдырҙым. Унда ҡул тирмәне, ураҡ, биҙәкле ағас самауыры урын алды. Өлкән быуын ултырып сәй эсергә өҫтәл, ултырғыстар һорай. Шуға ла улар өсөн ошондай уңайлыҡтар булдырып, моңло көйҙәр тыңлатып, самауыр сәйе, тәмле ҡамыр аштары менән һыйларға иҫәп бар.

Хаҡтарға килгәндә, бында иң түбән хаҡтар: 20-25 һумдан алып. Төрлө эсле бәлештәр 25 һум тора. Киләсәктә лә хаҡты күтәрмәйәсәкбеҙ, продукцияның сифатын да юғалтмаясаҡбыҙ. «Күстәнәс» кондитер икмәкханаһын асыуҙа туғандарым, дуҫтарым ҙур ярҙам күрһәтте, шуның өсөн уларға рәхмәтемде белдерәм , - тип һөйләне Алһыу Зиннур ҡыҙы.

Эйе, быға иманым камил. Шул тиклем тәмле ҡамыр ашын бер ерҙә лә тәмләп ҡарағаным булманы тиһәм арттырыу булмаҫ. Хаҡтары ла «тешләшмәй». Кемдәр күрмәгән, мотлаҡ барып күрегеҙ, тәмләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. «Күстәнәс» хеҙмәткәрҙәренә тәмле эштәрендә тик уңыштар юлдаш булһын.
Єлиә Илембәтова:
- «Күстәнәс» кондитер икмәкханаһы тәү ингәндә үк күңелгә ятты. Беренсенән, таҙалығы, матурлығы менән, икенсенән ризыҡтарҙың тәмлелеге телеңде йоторлоҡ. Бигерәк тә күмәстәр, эремсеклеһе тәмле. Төрлө эсле бәлештәрен ҡунаҡ саҡырғанда килеп алам. Эштәрендә уңыштар теләйем.
Ләйсән Љоҙабаева:
- «Күстәнәс» тигән яҙыуҙы күреп ҡалғас, юл ыңғайы инеп сығырға булдым. Ысынлап та бында ҡамыр аштарын тәмле бешерәләр. Ит, йомортҡа менән өсбошмаҡтар оҡшаны. Икмәкхананың үҙәктә урынлашыуы ла уңайлы. Өлгөрмәй киткәндә төшкө ашҡа ҡайтҡанда инә һалып, теләгән нәмәңде алып ҡайтырға була.
Читайте нас: