Ћәр иртәбеҙ "зәңгәр экран" аша тапшырылған яңылыҡтарҙы ҡарауҙан, йыр-моңдо тыңлауҙан башланһа, кис телетапшырыуҙар, ҡотлауҙар ҡарайбыҙ. Уйлап ҡараһаң, һәр район үҙенең телевидениеһын булдыра алмай. Беҙҙең район халҡы иһә инде 11 йыл Аҡъяр телевидениеһын ҡарап кинәнә. Рәхәтләнеп таныштарыңды ҡарайһың, район һулышы менән танышаһың, ҡотлауҙар бирәһең.