Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2017, 12:44

Хәйбулла йәштәре «Аҫылташ» республика форумында грант яуланы

«Аҫылташ»– Башҡортостан Республикаһы йәштәренең йәштәрҙең үҙҙәре үк әҙерләгән форумы. Уның маҡсаты – менеджмент проекты буйынса йәштәргә кәрәкле белем биреү, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән федераль форумдарҙа ҡатнашыуға йүнәлеш биреү, үҙеүде күрһәтеү. Ѓөмүмән, «Аҫылташ» – ул башҡорт телен һөйгән, ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын белгән ысын башҡорт егет-ҡыҙҙар ҡатнашҡан форум.Форумда 13 йәштәр проекты грантҡа лайыҡ булды. Шуларҙың өсәүһен районыбыҙҙың йә, әүҙем егеттәре – Рауил Фәйзуллин, Вилдан Иҫәнгилдин һәм Ильяс Ирғәлин яуланы. Ильяс Ирғәлин команда менән сығыш яһаһа, Рауил Фәйзуллин һәм Вилдан Иҫәнгилдин шәхси проекттарын яҡланы.

Читайте нас: