Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2017, 11:35

Өфө ауылы урамдарына яңы асфальт түшәлде

2016 йылда Өфө ауылында Арыҫланов һәм Хоҙайбирҙин урамдарында автомобиль юлын ремонтлау планлаштырылды. Июль айында ошо объекттар буйынса подрядчик һайлау буйынса аукцион үткәрелде. Был эш «Башкиравтодор» АЙ-һы иңенә һалынды. Өфө ауылының Хоҙайбирҙин урамы буйынса үткәрелгән ремонт 1 059 405,00 һумға төшкән, ә Арыҫланов урамы буйынса – 1 184 503,00 һум.Бөгөнгө көндә урамдарҙы асфальтлау эше тамамланған, юл билдәләре ҡуйылған. Є сентябрь айында Хоҙайбирҙин урамы буйынса тротуар һалынасаҡ.

Читайте нас: