Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Октябрь 2023, 15:13

Башҡортостандың уңыштары Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт советында билдәләнде

/

Башҡортостандың уңыштары Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт советында билдәләнде
Башҡортостандың уңыштары Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт советында билдәләнде

Кесаҙна Владимир Путин Президент ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Ултырыш спорт инфраструктураһын үҫтереү һәм йыһазландырыу мәсьәләләренә арналды.

Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостандың ауыл спортын үҫтереүҙәге уңыштарын, атап әйткәндә, «Ауыл тренеры» программаһын телгә алды.

- Беҙ ауыл спорты мәсьәләләренә ҡағылдыҡ. Ыңғай миҫал итеп Башҡортостанда бойомға ашырылған «Ауыл тренеры» программаһын килтергем  килә. Тренер баланы ҡыҙыҡһындыра, уға теге йәки был спорт төрө тарихында йәшәргә, балаға үҫешергә мөмкинлек бирә. Спортсылар өсөн был урын үҙенә йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә, - тип билдәләне спикер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» быйыл Башҡортостанда тағы 55 тренерҙың «Ауыл тренеры» программаһы буйынса 1 миллион һумлыҡ түләү аласағын яҙғайны. Был проект иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһенә әүерелде һәм 25-кә яҡын төбәктә индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-19/uspehi-bashkirii-otmetili-na-gossovete-po-fizicheskoy-kulture-i-sportu-3485196

Автор:
Читайте нас: