15 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола.
«Терра Башҡортостан» турнирын асыу тантанаһының хедлайнерҙары –популяр музыкант, мульти-инструменталист һәм шоумен ZAINETDIN, шулай уҡ «Бишбармаҡ» оркестры, - тип хәбәр итте республиканың «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин. - Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Әйтәйек, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы».
Турнирға 5 көн ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалыу ойошторола. Финал- сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып уҙғарыла. Төп маҡсат - йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү.Турнирҙы республика хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ойоштора.