Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Февраль 2023, 15:53

Башҡортостан Башлығы чемпиондарға һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт стипендиялары тураһында указға ҡул ҡуйҙы

/

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының йыйылма командалары составында олимпия, паралимпия, сурдлимпия уйындары еңеүселәренә, призерҙарына, шулай уҡ уларҙың тренерҙарына Башҡортостан Республикаһының дәүләт спорт стипендияларын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған.

Чемпиондарға — 30 мең, икенсе урын өсөн — 25 мең, өсөнсө урын өсөн 20 мең һум күләмендә стипендиялар тәғәйенләнә. Тренерҙарға — тәрбиәләнеүселәренең стипендия күләменән 50%.

«Бөйөк спортсыларыбыҙға рәхмәт, был уларға, ғөмүмән, спортты үҫтереү өсөн һәйбәт ярҙам», — тип билдәләне Радий Хәбиров хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
 
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
 
Автор:
Читайте нас: