Башҡортостандағы халҡы 100 мең кешегә тиклемге ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙар бер тапҡыр түләнә торған бер миллион һум аҡсаға эйә буласаҡ.
Шулай итеп, республика Хөкүмәте төбәк бюджетынан муниципалитеттарға аҡса бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡтағы документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған.
Компенсацияны 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйғандар аласаҡ. Быға тиклем тренерҙарға бер тапҡыр 600 мең һум аҡса бирелә ине.
Фото: bash.news