Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
9 Февраль 2022, 13:22

Беҙ етенсе урынға төштөк

8 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 10 миҙал комплекты уйнатылды.

Беҙ етенсе урынға төштөк
Беҙ етенсе урынға төштөк

8 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 10 миҙал комплекты уйнатылды.

Ярыштарҙың дүртенсе көнө Рәсәй спортсылары өсөн бронза миҙалына бай булды. Уны сноуборд буйынса гигант параллель слаломда Вик Уайлд, спринтта саңғысы Александр Терентьев, сана менән шыуыуҙа Татьяна Иванова яуланы. Шулай итеп, әле Рәсәй командаһының 10 олимпия миҙалы бар: 2 алтын, 3 көмөш һәм 5 бронза. Дөйөм миҙалдар зачетында беҙ етенсе урынға төштөк. Беренселә 4 – алтын, 1 – көмөш, 1 бронза миҙалы менән Швеция бара. Икенселә – Нидерланды (3 – алтын, 3 - көмөш, 1 бронза миҙалы), Өсөнсөлә – Ҡытай (3 – алтын, 2 - көмөш).

Артабан Германия (5 миҙал), Норвегия (8), Италия (7) килә. Уларҙың алтын миҙалдары күберәк булғанға таблицала өҫтәрәк торалар.  

Автор:Рәсүл Байгилдин.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-09/be-etense-uryn-a-t-sht-k-2685501
Автор:
Читайте нас: