Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Ғинуар 2022, 12:33

ХОККЕЙҘЫ ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҘА УЙНАЙ

Хоккейҙы ысын ир-егеттәр генә түгел, башҡортомдоң сая, сос, ҡыйыу йөрәкле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла уйнай икән...

ХОККЕЙҘЫ ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҘА УЙНАЙ
ХОККЕЙҘЫ ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҘА УЙНАЙ

--Хоккейҙы ысын ир-егеттәр генә түгел, башҡортомдоң сая, сос, ҡыйыу йөрәкле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла уйнай икән. Ошоно иҫбат итер өсөн Исҡужа ауылының боҙ майҙансығында Ҡашҡар, Исҡужа, Сәләх ауылы ҡатын-ҡыҙҙарынын торған командалар көс һынаны. Уйын көсөргәнешле, сәмле барҙы.

Ярыш булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Осрашыуҙың еңеүсеһе Ҡашҡар ауылы командаһында булһа, икенсе урын – Искужа, ә өсөнсө урын- Сәләхтәрҙә.

Милләт бишеген тирбәлтеүселәр - әсәләр. Сәләмәт тормош һағында ҡатын-ҡыҙ торғанда, киләсәк быуын ышаныслы,--тип яҙалар социаль селтәрҙә Ҡашҡар ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Резеда Валиева.
https://ataisal.com/articles/sport/2022-01-16/hokkey-y-g-z-l-zattar-a-uynay-2655951
Автор:
Читайте нас: