Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Ғинуар 2022, 11:05

Ҙур спортҡа юл ярған егет

-

Ҙур спортҡа юл ярған егет
Ҙур спортҡа юл ярған егет

Ҡазан ҡалаһының “Баскет Холл” аренаһында “ММА” ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса Европа чемпионаты үтте. Унда Әрмәнстан, Бахрейн, Болгария, Финляндия, Греция, Италия, Ҡаҙағстан, Яңы Зеландия, Польша, Португалия, Рәсәй, Испания, Тажикстан һәм Эстония илдәренән 252 спортсы (164 - өлкәндәр, 88 - юниорҙар) ҡатнашты. Улар араһында яҡташыбыҙ, Бүребай ауылы егете Динар Саниев та булды. Ул чемпионат һөҙөмтәләре буйынса бронза миҙал яуланы. Был спорт төрө менән Динар ныҡлап студент йылдарында шөғөлләнә башлай. Маҡсатҡа ынтылыусан егет ҡыҫҡа ваҡытта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә.

- Бәләкәйҙән һәр саҡ хәрәкәттә булдым. Башланғыс кластарҙа уҡығанда  Урал Казбеков алып барған бокс секцияһына йөрөнөм. 5-се кластан Зиннур Әминев етәкселегендә   көрәш менән шөғөлләнә башланым. Беҙ район һәм республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа күп ҡатнаштыҡ. Стәрлетамаҡ физик культура, идаралыҡ һәм сервисы колледжына уҡырға ингәс, яңы спорт төрөндә үҙемде һынап ҡарау теләге тыуҙы һәм “Батыр” көрәшселәр клубында (тренер Руслан Йәнбирҙин) 4 йыл ҡатнаш көрәш сәнғәте менән шөғөлләндем. Армияға алынғас, Приморье крайы, Уссурийск ҡалаһында хеҙмәт иттем һәм ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнеүҙе дауам иттем. Әле бында контаркт буйынса ҡалдым һәм әле лә күңелемә ятҡан спорт төрөнән айырылғаным юҡ. Тренерҙарым Владимир Цой һәм Магомедшапи Гасайниев етәкселегендә  клубта шөғөлләнәм,  -- ти Динар.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: