Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Ноябрь 2021, 21:28

Өс уйынсы «КХЛ йондоҙҙары» байрамында ҡатнаша

Киләһе йыл Силәбелә уҙасаҡ «КХЛ йондоҙҙары»-2022 уйындары бәйгеһенә «Салауат Юлаев»  командаһынан өс уйынсы бара.    

Өс уйынсы «КХЛ йондоҙҙары» байрамында ҡатнаша
Өс уйынсы «КХЛ йондоҙҙары» байрамында ҡатнаша

Унда ҡатнашасаҡ хоккейсылар көйәрмәндәрҙең күпләп йыйылған тауышы менән  билдәләнә. Өфөләрҙән һөжүмсе Теему Хартикайнен, ҡапҡасы Юха Метсола һәм һаҡсы Георгий Панин  иң күп тауыш йыйғандар. Бигерәк тә Панин өсөн был сара әһәмиәтлерәк. Сөнки 36 йәшлек хоккейсы, бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашырға йыйына. «Минең өсөн был бик көтөлмәгән хәл булды. Әлбиттә, Башҡортостан көйәрмәндәренә ҙур рәхмәт.  Улар күп тауышы менән мине күккә сөйҙө. Һәр бер уйынсы, үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, ошондай спорт байрамында ҡатнашырға тейештер. Шуға ла мин шатмын. Мин хәҙер йәш түгел, шуға күрә буласаҡ сарала (көлөп) моғайын тиҙлектә ярышырмын...».

https://belizv-bash.ru/news/-mgyyat/2021-11-24/s-uyynsy-khl-yondo-ary-bayramynda-atnasha-2594891

Автор:
Читайте нас: