Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Ноябрь 2021, 20:28

Декабрҙә Өфөлә яңы боҙ аренаһын һәм балалар хоккей мәктәбен асыу күҙаллана

/

Декабрҙә Өфөлә яңы боҙ аренаһын һәм балалар хоккей мәктәбен асыу күҙаллана
Декабрҙә Өфөлә яңы боҙ аренаһын һәм балалар хоккей мәктәбен асыу күҙаллана

Канада стандарты буйынса 60х26 метр ҙурлыҡтағы хоккей майҙаны, биш сисенеү бүлмәһе, кафе, спорт магазины, бронь зонаһы, балкон һәм судьялар урыны. Барыһы ла 2021 йылдың декабрендә Ростов урамындағы «Астра Арена» биләмәһендә асыла.

«Комплекста «Астра» хоккей клубы ла үҙ ишектәрен аса. Был иһә секцияла 300-ҙән ашыу урын булдырырға мөмкинлек бирергә тейеш», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы боҙ аренаһы шәхси аҡсаға төҙөлә. Ошо майҙансыҡта 12 спорт төрө буйынса 1100 кеше шөғөлләнә.

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2021-11-17/dekabr-f-l-ya-y-bo-arena-yn-m-balalar-hokkey-m-kt-ben-asyu-k-allana-2586938

Автор:
Читайте нас: