Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Ноябрь 2021, 21:02

Биатлон старттары яҡынлаша

12 һәм 13 ноябрҙә Ханти-Мансийскиҙа биатлон буйынса донъя кубогы этаптарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй спортсылары араһында һайлап алыу ярыштары уҙасаҡ.  

Биатлон старттары яҡынлаша
Биатлон старттары яҡынлаша

Унда, баш тренер Юрий Каминский әйтеүенсә, 18 спортсы ҡатнаша. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса төп командаға бер һәм IBU кубогы этабында ҡатнашасаҡ биатлонсылар һайлап алына. Исемлектә билдәле яҡташыбыҙ Антон Бабиков та бар.

27 ноябрҙә инде Швецияла старт аласаҡ беренсе донъя кубогы этабына биш ир-ат спортсының исемлеге билдәле: Евгений Гараничев, Матвей Елисеев,  Эдуард Латипов, Александр Логинов һәм Кәрим Хәлили.

Фото: ТАСС

https://belizv-bash.ru/news/-mgyyat/2021-11-08/biatlon-starttary-ya-ynlasha-2574356

Автор:
Читайте нас: