Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Ноябрь 2021, 12:30

«Салауат Юлаев» клубы карантинда

Бөгөн «Салауат Юлаев» һәм «Трактор» командалары араһында уйын булмай.

«Салауат Юлаев» клубы карантинда
«Салауат Юлаев» клубы карантинда

Өфө клубы карантинға киткән. Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы күрһәтмәһе буйынса юлаевсылар тулы состав менән изоляцияға ябылған.

Континенталь хоккей лигаһынан хәбәр итеүҙәренсә, командалағы ҡайһы бер хоккейсыларҙың тән температураһы күтәрелгән. Алынған анализдар бер кемдең дә коронавирус менән ауырымауын күрһәткән.

Яҡтар араһындағы уйындың ҡасан булырын лига өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәк.  

https://belizv-bash.ru/news/-mgyyat/2021-11-07/salauat-yulaev-kluby-karantinda-2573128

Автор:
Читайте нас: