Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Апрель 2021, 22:36

Хәйбулла командаһы алда бара

Аҡъярҙа Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIII Спартакиадаһы иҫәбенә мини-лапта буйынса төбәк-республика ярыштары үтте. Уйындар ике көн дауам итте. Унда Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан 8 команда май айында Өфө ҡалаһында үтәсәк ярыштарҙың финал этабында ҡатнашыу хоҡуғына көс һынашты. //

Аҡъярҙа Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIII Спартакиадаһы иҫәбенә мини-лапта буйынса төбәк-республика ярыштары үтте.
Уйындар ике көн дауам итте. Унда Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан 8 команда май айында Өфө ҡалаһында үтәсәк ярыштарҙың финал этабында ҡатнашыу хоҡуғына көс һынашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районының егеттәр командаһы ла, ҡыҙҙар командаһы ла беренсе урынды яуланы. Афарин!
Читайте нас: