Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Апрель 2021, 10:59

"Биатлон тарихына тағы бер бит яҙҙығыҙ"

Башҡортостан биатлонсылары Эдуард Латыпов, Антон Бабиков һәм башҡалар тәбрикләнде

9 апрелдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Рәсәй Биатлон федерацияһы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Виктор Майгуров республиканың биатлон буйынса ир-егеттәр командаһы спортсыларын, тренерҙарҙы Рәсәй чемпионаты эстафетаһында еңеү менән ҡотланы.
"Был уңыш менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Александр Сидякин, Александр Бабчинға, Антон Бабиковҡа, Алексей Петровҡа, Эдуард Латиповҡа һәм Виктор Никитинға мөрәжәғәт итеп. – Башҡорт биатлонының матур йолалары бар, һәм һеҙ уның тарихына тағы бер бит яҙҙығыҙ".
"Рәсәй биатлоны өсөн Башҡортостан төп төбәктәрҙең береһе булып тора, – тине Виктор Майгуров. – Ысын күңелдән һеҙҙе Рәсәй чемпионатында еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Спортты үҫтереү өсөн күп эшләйһегеҙ. Уңыштар – ошоноң туранан-тура һөҙөмтәһе. Спорт министрлығы башланғыстарына ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм".
Александр Сидякин Эдуард Латиповҡа һәм Виктор Никитинға – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын, Александр Бабчинға, Алексей Петровҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Тантанала була алмаған Антон Бабиков та Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Йыйылма команда ағзаларына аҡсалата премияға сертификаттар тапшырылды.
Фото: республика Башлығы Хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: