Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Март 2021, 14:09

Рәсәйҙең өс “алтыны”

/

Рәсәй фигуристары Донъя чемпионаттары тарихында тәүге тапҡыр яңғыҙ шыуыу буйынса өс урынды ла ҡулдарынан ысҡындырманы. Анна Щербакова - алтын, Елизавета Туктамышева - көмөш, Александра Трусова бронза миҙалға яуланы.
Президент Владимир Путин еңеүселәргә Рәсәй данын юғары күтәргәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе һәм уларҙы ҡотлап телеграмма ебәрҙе.
«Юғары ҡаҙаныштарығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙ юғары кимәлдәге әҙерлегегеҙҙе, талантығыҙҙы күрһәтә алдығыҙ, ауыр программаларҙы бик лайыҡлы һәм матур үтәнегеҙ,”- тип яҙылған телеграмманың тексында.
Ил башлығы 2022 йылда уҙғарыласаҡ Олимпия уйындарында еңеүгә нигеҙ барлығына ышанысын белдерҙе. Фигуристарҙың был балҡышы спорт йылъяҙмаһы тарихының иң сағыу биттәренең береһе булып ҡаласаҡ.
#ВВПУТИН
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/R-s-y-e--s-altini-737717/
Читайте нас: