Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Март 2021, 19:11

Көрәштә сыныға үҫмерҙәр

Хәйбулланың йәш көрәшселәре һынатманылар

Әбйәлил районы Асҡар ауылының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан мәктәп уҡыусыларының ХХIII Спартакиадаһы сиктәрендә грек-рим көрәше буйынса төбәк ярыштары үтте. Бәйгелә Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарынан 50 спортсы – 2006-2007 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр ҡатнашты.
Йәш көрәшселәр 12 ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Сәме ярыштарҙа хәйбуллалар ҙа призлы урындар яулауға өлгәште.
38 килограмға тиклемгеләр араһында: I урын – Морат Баҡтыбаев (1-се Аҡъяр мәктәбе).
41 килограмға тиклемгеләр араһында: II урын – Дмитрий Замилов (Сиҙәм мәктәбе).
44 килограмға тиклемгеләр араһында: III урын – Азамат Айҙашев (Өфө ауылы мәктәбе).
52 килограмға тиклемгеләр араһында: II урын – Камил Рәмов (Татыр-Үҙәк мәктәбе).
57 килограмға тиклемгеләр араһында: III урын – Илһам Мөлкаманов (Бүребай мәктәбе).
68 килограмға тиклемгеләр араһында: III урын – Руслан Бураншин (Бүребай мәктәбе).
Йәш көрәшселәргә киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ! Афарин!
фото:Әбйәлил районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
Читайте нас: