Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Хәйбулла район ветеринария станцияһы кубогына волейбол буйынса иптәштәрсә матчтар үтте.
Спорт сараһында Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары, Сибай ҡалаһы, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары ветстанциялары командалары ҡатнашты.
Сәмле ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Ветеринария идаралығы командаһы 1-се урын яуланы, 2-се урынға колледж волейболсылары күтәрелде, ә 3-сө урынды Хәйбулла һәм Баймаҡ ветстанциялары командалары биләне.
Фото:Хәйбулла районы ветстанцияһы